

Халҡыбыҙҙа аш-һыу бүлмәһенә бәйле
тыйыуҙар, ышаныуҙар, һынамыштар.
Аш бүлмәһенә сәс-башығыҙҙы һәр саҡ йыйып керегеҙ.
Өҫтәл һәр ваҡыт матур ашъяулыҡ менән ҡапланған булһын.
Төнгөлөккә бар ризыҡты ла ябып ҡалдырыу зарур.
Өҫтәлгә ултырыу тыйылған. Аш- һыу өҫтәленә ҡыҙ ултырһа- ул кейәүгә сыға алмаясаҡ, тип һаналған.
Өҫтәл мөйөшөнә ултырыу ҙа килешмәгән - ауырыуға килтерә, тип ҡарағандар.
Аҙыҡ - түлекте ташлау , валсыҡтарҙы иҙәнгә ҡойоу ҙа борон - борондан тыйылған. Был гонаһ эш.
Өҫтәлде ус төбө менән һөртһәң - өйгә хәйерселек килер, тауыш сыға, тигән ышаныуҙар ҙа бар халыҡта.
Бысраҡ һауыттарҙы йыумай ултыртып ҡуйыу ҙа юҡлыҡҡа килтерә, тип әйткән боронғолар.
🌸Шулай уҡ өҫтәлдә бысаҡ ҡалдырырға ярамай, ғаиләлә йыш талаш сығасаҡ, тигән ышаныу ҙа бар.
🌸Түрбашының тәҙрә төбөн таҙа тоторға кәрәк- унда фәрештәләр ултыра, тип ҡабатлай ине өләсәйҙәр.
🌸Тоҙ, һыу һәр саҡ ябып ҡуйыларға тейеш.