

Никах шул тиклем мөһим мәғәнәгә эйәме?
Никах — Бәйғәмбәрҙәребеҙҙең юлын ҡабатлау һәм Бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәттең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәте, ир менән ҡатындың намыҫ ҡәлғәһе, кешенең башҡа йән эйәләренән өҫтөнлөгө.
Никахта ике ир кеше шаһит булырға тейеш — улар эргә-тирәләгеләргә ир менән ҡатын араһында яңы союз барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр итә. Бөтә ниәттәр ҙә шаһиттарға мохтаж булмаһа ла, никахта улар мотлаҡ булырға тейеш. Никах булыуы тураһында эргә-тирәләгеләргә хәбәр итеү төп шарт булып тора, сөнки йәмғиәт был ир менән ҡатынды ғаилә иштәре тип ҡабул итергә тейеш. Юғиһә, никахланмаған йәш егеткә йәки ҡыҙға яңы тәҡдимдәр килеүе мөмкин. Ә рәсми рәүештә никахланған осраҡта бындай хәлдәр булмаясаҡ. Шулай итеп, туйҙар яңы ғаилә барлыҡҡа килеү шатлығы менән уртаҡлашыу өсөн генә түгел, шулай уҡ йәмғиәткә хәбәр итеү өсөн дә уҙғарыла.
Бер һүҙ менән әйткәндә, үҙенең бөтә үҙенсәлектәре менән никах Аллаһы Тәғәләнең ҡануны булып тора һәм кешенең өҫтөнлөгөн һәм уның абруйын һаҡлауға тәғәйенләнгән. Шулай итеп, Ислам дине буйынса, никах — ир менән ҡатын араһындағы союздың бөйөк нигеҙе. Ислам был нигеҙгә ҙур әһәмиәт бирә һәм никахһыҙ уҙғарылған башҡа союздарҙан баш тарта. Шуға күрә никахһыҙ булған мөнәсәбәттәр араһында иң ҙуры зина һанала, ул кешелек нәҫелен ҡороторға һәләтле булған, әхлаҡҡа, матурлыҡҡа һәм ғаилә тормошоноң таҙалығына ҡаршы енәйәт һанала. Никах менән килгән бәхетте һәм тыныслыҡты тәртипһеҙ бәйләнештәргә алмаштырыу шул тиклем иҫәрлек булыр.
Һәр бер халыҡ үҙенең иманы һәм әхлағы менән көслө һәм уларҙың һағында никах тора икәнлеген оноторға ярамай. Шуға күрә Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мосолмандарҙы хаталар ҡылыуҙан һаҡлап: «Иң яҡшы никах — ҡыйын булмағаны», — тип әйткән. Был никахты ҡайһы бер йолалар һәм хөрәфәттәр менән ҡатмарлаштырырға ярамай тигәнде аңлата.
Аллаһы Тәғәлә үҙенең ҡолдары тыныслыҡта һәм изге тәртиптә йәшәүен теләй. Никах — изге тәртиптәрҙең нигеҙе. Мосолмандарҙы Шәриғәт ҡанундары буйынса никахлаштырыу Ислам йәмғиәтенең изге бурысы булып тора. Изге китабыбыҙ Ҡөрьән- Кәримдә: «Буйҙаҡтарҙы, ҡолдарығыҙҙы, йәриәләрегеҙҙән (ҡатын ҡолдарығыҙҙан) булғандарҙы өйләндерегеҙ, кейәүгә бирегеҙ. Фәҡир булғандарҙы Аллаһ үҙ ниғмәттәре менән байытыр, иншаллаһ. Ниғмәттәре мул булған һәм бар нәмәне лә белеп тороусы — Аллаһ», — тип әйтелгән ("Ән-Нур, 32).
Йәштәрҙе никахлашырға саҡырып, был эштә ярҙам итеүселәрҙең баһаһы тураһында бер ғалим: «Кешеләргә бәхетле ғаиләләр ҡорошорға ярҙам итеү — саҙаҡа-джарийа. Был ғаилә ағзалары эшләгән бөтә яҡшылыҡтар уға сауап булып яҙылыр», — тигән.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Әҙәм (ғәләйһиссәләм) менән Һауаның Аллаһы Тәғәлә ихтыяры менән ожмахта башланған һәм киләһе быуындарға бөтә ғаилә мөнәсәбәттәренең өлгөһө булараҡ күсә килгән ғаилә тормошо Ислам ҡанундары буйынса нығытылған була. Ислам ғаилә тормошона йәннәт ҡәнәғәтлеге һәм яҙғы күктең тыныслығын алып килә. Ә был хәлгә өлгәшеү өсөн, ата-бабаларыбыҙҙан өлгө алып, тулыһынса Аллаһы Тәғәләгә һөйөүгә һәм тәҡүәлеккә ҡойонорға кәрәк.
Ике таныш булмаған кешенең никах менән ғәжәйеп ҡушылыуында йәшерен белемдәр һәм нескә һабаҡ йәшеренгән. Аллаһы Тәғәләнең һөйөүе һәм рәхмәте менән нурландырылған ике йөрәк ҡушылыуы, ата-әсә йортонан килгәндәрҙең күңел йылыһы һәм бер-береңде аңлап йәшәүе... Аллаһы Тәғәләнең ниндәй изге күренеше! Тәрән уйланыуҙар өсөн ниндәй изге сәбәп!
Аллаһы Тәғәлә мосолмандарға никахты именлеккә юл булараҡ ебәргән, мәңгелек ожмахтың сағылышын Ҡөрьән һәм Мөхәммәт Бәйғәмбәрҙең (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сөннәте буйынса ҡоролған ғаилә мөнәсәбәттәре ярҙамында ерҙә сағылдырған.
Кешеләргә лайыҡлы йәшәү рәүеше алып барырға мөмкинлек биргән Ислам дине, ҡатын-ҡыҙға мөһим роль биргән, уны кәмһетеү ҡотолғоһоҙ ауыр эҙемтәләргә алып киләсәк. Ҡатын- ҡыҙ ғаилә бәхетенең һәм именлегенең түренә эленгән гәлсәр шәм кеүек, эргә-тирәһен никах нуры һәм мәрхәмәте менән яҡтыртып тора, сафлығын һәм ғаилә намыҫын һаҡлай, гонаһлы ғәрәсәттәрҙән һәм тулҡындарҙан һаҡлаусы йәшен ҡайтарғыс булып хеҙмәт итә. Бының булмауы киләһе быуындарҙың тулыһынса юғалыуына килтереүе мөмкин, был үҙ сиратында туғандар бәйләнеше өҙөлөүгә сәбәп булып тора һәм һөҙөмтәлә йәмғиәт ҡоролошоноң емерелеүенә һәм фетнә тыуыуына алып килә. Нескә һәм наҙлы тойғолар юғала, хурлыҡ һәм тынысһыҙлыҡ барлыҡҡа килә. Былар бөтәһе лә — цивилизация байышының һәм бөтә донъя һәләкәте билдәһе.
Ҡөрьәндә әйтелгән: «Үҙегеҙҙән ҡатындарҙы яралтыу ҙа, ул ҡатындар менән (ләззәтләнеп) бергә йәшәүегеҙ ҙә, ир менән ҡатын араһындағы мөхәббәт һәм наҙ, бер-береңдең хаталарын кисерә белеү, һис шикһеҙ, Аллаһтың ҡөҙрәтенә асыҡ дәлилдәрҙер. Хаҡтыр, был эштәрҙә фекерләй белеүсе ҡәүемдәр өсөн ғибрәттәр бар».
Шулай итеп, ғаилә именлеге өсөн төп шарт булып ир менән ҡатындың бер-береһенә мөхәббәте, ышанысы һәм шәфҡәтлелеге тора
Үкенескә күрә, ғаилә именлегенә бөтәһе лә өлгәшә алмай. Был Аллаһы Тәғәләнең бөйөк шәфҡәте. Был именлекте яулар өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
Бәйғәмбәребеҙ (саллалаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Ҡатынды дүрт сифат буйынса һайлайҙар: уның байлығы, йәмғиәттәге урыны, матурлығы һәм тәҡүәлеге. Тәҡүәле ҡатынды һайлағыҙ, изгелек күрерһегеҙ!» — тигән. Был хәҙистә буласаҡ кәләш ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеге һүрәтләнә. Был шулай уҡ ир-егеткә лә ҡағыла, сөнки һәр бер мөьмин өсөн тәҡүәлектән һуң уның изге эштәре мөһим урын биләргә тейеш. Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм): «Кешенең бөйөклөгө — уның иманында, батырлығы һәм дәрәжәһе — аҡылында, ә матурлығы әхлағында (никах менән һаҡланған) йәшеренгән», — тигән. Шулай уҡ муллыҡ, әҙәп, тәртип кеүек сифаттар менән билдәләнгән ғаилә гармонияһына ла иғтибар итергә кәрәк. Ә ҡалғаны ихтыяр көсөнән һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыуҙан тора. Беренсеһе — шәриғәт ҡанундарын үтәү, ә икенсеһе — иман һәм ғәмәлдең камиллығы. Аллаһы Тәғәләнең ҡанундарын хөрмәтләгән ғаилә донъялағы бәхеттең нигеҙе һәм беҙҙең Яралтыусыбыҙҙың бөйөк ниғмәте булып тора. Бөтөнлөгө бер-береңде аңлауҙан һәм үҙ-үҙеңде ҡорбан итеүҙән ғибәрәт булған ир менән ҡатын рухи берлектә йәшәй.
Беҙҙең заманда «Ир менән ҡатындарҙың роле алмашыныуы, йәғни ҡатын-ҡыҙҙың — ир-ат, ә ир-аттың ҡатын- ҡыҙ сифатын үҙләштереүе» ғаиләләр тарҡалыуының төп сәбәпсеһе булып тора ла инде. Аллаһы Тәғәлә ир менән ҡатынға, йәмғиәттә уларҙың ниндәй урын тотоуына ҡарап, төрлө үҙенсәлектәр һәм уларҙы бер-береһенән айырып торған физик һәм рухи сифаттар биргән. Ғаиләһен тәьмин итергә тейеш булған ир-егет рух ныҡлығы, түҙемлек һәм билдәле бер кәүҙә үҙенсәлектәренә эйә. Шуға күрә лә ул ғаилә башлығы булып тора.
Ҡатын-ҡыҙ ғаиләһен тәьмин итергә бурыслы түгел, сөнки был уға физик яфалар һәм михнәттәр алып киләсәк. Уның рухи донъяһы һәм физиологик үҙенсәлектәре ундай һынауҙар өсөн тәғәйенләнмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙың изге бурысы — балаһын ҡарынында йөрөтөү, тыуҙырыу һәм үҫтереү. Шулай ҙа, әгәр шарттар булһа, ул шәриғәт ҡанундарына ҡаршы килмәгән эштәрҙе башҡара ала, мәҫәлән, Ҡөрьән нигеҙҙәрен өйрәнеү буйынса ҡатын-ҡыҙҙар курсында уҡыта ала.
Аллаһы Тәғәлә бөтә был үҙенсәлектәрҙе ир менән ҡатын бер-береһен тулыландырып торһон өсөн булдырған, ә рөхсәт ителгән сиктәрҙе боҙоу үҙ сиратында ғаилә именлеген емереүгә алып килә.
Тағы ла шуны билдәләп үтергә кәрәк: ғаиләлә «ир — тиран, ҡатын — ҡол» кеүек мөнәсәбәттәр булырға тейеш түгел, сөнки ғаилә ағзаларының береһенең хәле хужа кеүек, ә икенсеһенеке ҡол кеүек булыуы Ислам нормаларына ҡаршы килә.
Уңышлы һәм бәхетле ғаилә булһын өсөн берҙән-бер шарт — бер-береңә булған һөйөү һәм ихтирам. Шулай ҙа ата-бабаларыбыҙҙың «Ояны инә ҡош ҡора» тигән әйтемен дә оноторға ярамай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙға күпкә яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелгән. Шулай итеп, ҡатын-ҡыҙ зирәклеге, тырышлығы һәм фиҙаҡәрлеге ир-егеттәге бындай сифаттарға ҡарағанда күпкә әһәмиәтлерәк, сөнки Аллаһы Тәғәлә әсәгә ата кешегә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ тойғолар һәм дәрәжәләр биргән.
Ошо йәһәттән Исмаил Хаки Бурсеви изге Ҡөрьәндең «ат-Тарик» сүрәһенең 7-се аятында осраған «ат-тараиб» (билдән һәм ҡабырғанан сығыусы) һүҙен тәфсирләгәндә былай тип яҙа: «Әгәр сабыйы һыуға ҡолаһа, әсә кеше, ҡурҡыныс тураһында уйлап та тормай, йөрәге тетрәнеп уны ҡотҡарырға ташлана. Ә ата кеше улай эшләмәйәсәк. Балаһын ҡотҡарыуҙан өмөтөн өҙөп, ул йылға ярына ултырасаҡ һәм булып үткән хәлгә үкенеп, әсе күҙ йәштәрен түгәсәк».
Әлбиттә, бындай торош тыумыштан бирелгән бөйөк талантын юғалтмаған әсәләргә хас. Әммә балаларын урамда ташлап ҡалдырыусы ҡаты бәғерле, йәнһеҙҙәре лә бар. Улар үҙҙәренең юғары тәғәйенләнешен онотҡан һәм харап булған.
Әсә кеше физиологик үҙенсәлектәре менән түгел, ә иң беренсе үҙенең рухи сифаттары менән айырылып тора. Әгәр ҡатын-ҡыҙ был сифаттарын юғалтһа, ул әсә булыуҙан туҡтай һәм рәхимлек өлгөһөнә түгел, ә балаһын ашаған арыҫлан-һунарсыға әйләнә. Бындай осраҡта ул нисәмә яҡлаусыһыҙ балаһын үлтерергә мөмкин! Шуға күрә ҡатын- ҡыҙҙар үҙҙәренең әсәлек потенциалын бөтәһенән дә юғары ҡуйып һаҡларға тейеш. Ошо беҙҙе эшләгән ғәмәлдәре өсөн мәңгелек донъяла яуап тотмаған башҡа барлыҡтарҙан айыра ла инде. Ә балаларыбыҙ ниндәйҙер кимәлдә был донъяла беҙҙең аҙымдарыбыҙҙың күрһәткесе булып тора. Шуға күрә әсәләр, балаларына ҡарата үҙҙәренең иң яҡшы әсәлек сифаттарын күрһәтеп, үҙҙәрен мәңгелек тамуҡ утынан ҡотҡарып ҡала. Ошонан күренеүенсә, дини һәм әхлаҡи тәрбиә кешенең барлыҡҡа килеүендә төп критерий булып тора.
https://nazir1965.com/din/fatixaly-ғailә.html