

Айырылышырға була ла ул...
Төптән уйланылмаған никахтарҙың ҡайғылы эҙемтәләрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Былар бөтәһе лә иң тәү сиратта өй усағында күңел йылыһы тапмай һәм ата-әсәләре тарафынан насар мөнәсәбәттәргә дусар булып, урамдарҙа ышыҡ тапҡан, ошо арҡала алкоголь, наркотиктар һәм башҡа тәрбиәһеҙ тормоштоң тәьҫиренә бирелгән балаларҙа күренә. Былар бөтәһе лә бер ниндәй файҙа килтермәгән ерҙең ташландыҡ өлөшө кеүек йәмғиәт барлыҡҡа килеүгә алып килә.
Шулай ҙа айырылышыуға ҡарата Исламда мөһим нескәлек бар. Мосолмандарҙың никахы католик диндән, мәҫәлән, шуныһы менән айырыла: католик динендә айырылышыу ҡәтғи рәүештә тыйыла һәм ир менән ҡатын ғүмерҙәре бөткәнсә үҙҙәренең хәле менән риза булырға тейеш. Исламда ике яҡтың береһен ҡәнәғәтләндермәүсе ниндәйҙер хәлдәр килеп тыуа ҡалһа, никах килешеүе яңыһы менән дә алмаштырылыуы мөмкин. Шәриғәт ҡанундары шундай. Ҡаршы осраҡта, айырылышыуға хоҡуғы булмаған уңышһыҙ никах ир менән ҡатын өсөн ғүмерлек ғазапҡа әйләнер ине. Ҡотолғоһоҙ хәлдә ҡалған парҙар, ахыр сиктә, иреш-талаш һәм нәфрәт батҡағына батыр ине. Ошо сәбәпле Ислам айырылышыуҙы рөхсәт итә һәм был хоҡуҡҡа өҫтөнлөктө ир-егеткә бирә.
Был ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте буйынса хис-тойғоло булыуы менән аңлатыла. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ үҙе лә айырылышыуҙы талап итеү хоҡуғына эйә. Ислам хоҡуғында был «тәүфуид әл-талаҡ» (айырылышыуға хоҡуҡ бирелеү) тип атала. Хатта бындай шарт ҡуйылмаған осраҡта ла, ҡатын-ҡыҙҙың кәрәк булған осраҡта тейешле рәсми органдарға мөрәжәғәт итергә хоҡуғы бар.
Шулай итеп, ир менән ҡатын-ҡыҙ бер-береһен ҡәҙерләгән һәм һаҡлаған осраҡта ғына кәрәк булмаған айырылышыуҙарҙан ҡасырға була. Ир менән ҡатындың бәхетле көндәре бер-береһенә булған тоғролоҡ, ихласлыҡ һәм ныҡлы иман ярҙамында барлыҡҡа килгән күңелле хәтирәләр, аралашыу шатлығы, именлек, тыныслыҡ һәм ҡәнәғәтлек кеүек илаһи критерийҙар менән үлсәнә. Бер хәҙистә әйтелә: «Әгәр кем дә булһа төн уртаһында ике рәҡәғәт булһа ла намаҙ уҡыр өсөн ҡатынын уятһа, улар икеһе лә Аллаһы Тәғәләне маҡтаусылар булып яҙылыр».
https://nazir1965.com/din/fatixaly-ғailә.html