Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
10 Ноябрь 2023, 04:52

Тәһәджүд намаҙын ҡасан уҡырға?

Сауабы айырыуса ҙур.

Тәһәджүд намаҙын ҡасан уҡырға?Тәһәджүд намаҙын ҡасан уҡырға?
Тәһәджүд намаҙын ҡасан уҡырға?

Тәһәджүд намаҙы бер аҙ йоҡлап алғас уҡыла. Уның мәғәнәһе лә шунда: татлы йоҡоно еңеп, намаҙ өсөн махсус уяныу, төн уртаһында (бүтәндәр йоҡлағанда) тәһәрәт алыу, нәфел намаҙы уҡыу. Сауабы ла шуға айырыуса ҙур.

Йоҡларға ятмаҫ борон да күп итеп нәфел намаҙҙар уҡырға мөмкин, әлбиттә (витр намаҙынан алда). Әммә ул намаҙҙар "тәһәджүд" булмаясаҡ, ә ябай ирекле төнгө намаҙ буласаҡтар (әммә барыбер — ныҡ сауаплы).

Йоҡларға ятыр алдынан иң аҙаҡта витр намаҙы уҡыла (бөтә сөннәт һәм нәфел намаҙҙарҙы уҡып бөткәс). Әгәр кеше төндә тороп ғәҙәтләнгән икән, витр намаҙын төндә тороп уҡыған тәһәджүд намаҙынан һуң уҡыһын.

Ә Аллаһ яҡшараҡ белә.

https://vk.com/club219252942?w=wall-219252942_361 

Автор:
Читайте нас