Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
10 Ноябрь 2023, 04:58

Иблес фәрештә булғанмы?

Был турала Ҡөрьән-Кәримдә нимә тиелгән?

Иблес фәрештә булғанмы?Иблес фәрештә булғанмы?
Иблес фәрештә булғанмы?

Был турала Ҡөрьән-Кәримдә: "Һәм бына Беҙ фәрештәләргә: "Әҙәмгә сәждә ҡылығыҙ!" – тип әйттек. Иблестән башҡалары сәждә ҡылды. Ул ен ине һәм Раббыһының бойороғонан баш тартты", – тиелгән ("Мәмерйә" сүрәһе, 18:50). Аяттың үҙенән үк күренеүсенсә, Иблес (Сатана) фәрештә булмаған, ә ен булған. Ә ендәрҙең, кешеләрҙеке кеүек үк, изге эш менән боҙоҡ эш араһында, Аллаһҡа буйһоноу һәм буйһонмау араһында һайлау хоҡуғы бар. Шуға күрә Иблес тураһында "падший ангел" тип һәм башҡа шундай һүҙҙәр әйтергә ярамай (ундай һүҙҙәр икенсе диндәрҙән алынған, Исламдан түгел).

Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.

https://vk.com/club219252942?w=wall-219252942_355 

Автор:
Читайте нас