ФОТО-ҺҮРӘТТӘР ЭЛЕРГӘ ЯРАЙМЫ?
Фото, һүрәттәр тураһында ғалимдарҙың фекерҙәре төрлөсә. Береһе әйтә, уларҙан гонаһ юҡ, сөнки уларҙан күләгә төшмәй. Һындар, һәйкәлдәр ярамай - күләгәһе бар, ти. Икенселәр фото ла ярамай, ти. Фото-һүрәттәр тураһында Шейх Әфәнде (сәйед) Чиркәүиҙең (ҙур ғалим, 2012 й. ваһһабсылар терактынан һәләк булды) бик мәғәнәле ҙур аналитик материалын уҡыған инем. Алып ҡалмағанмын. Хәтеремдә ҡалған, Әҙәм ғәләйәссәләмдән (г.с.) быуындан быуынға күсеп килгән бер һандыҡ булған, уның эсендә һәр бер пәйғәмбәрҙәрҙең сыны (статуеткалары) ятҡан. Нух г.с. шуны кемгәлер асып күрһәткән, теге кеше был турала яҙып ҡалдырған. Яҙыуҙарҙың аңлатышын (расшифровкаһын) Чиркәүи әфәнде үҙе уҡыған. Ул вәғәҙендә әйтә : "Бына минең диуарҙа иң яратҡан ғалим уҡытыусымның портреты эленгән. уның гәүҙәһенең күләгәһе юҡ. Мин уны хөрмәт итәм, лакин һүрәтенә табынмайым бит".
Ул шулай, диуарға һүрәт, фотолар элеп ҡую гонаһ түгел, тип сығымта яһаған ине. Ләкин кеше гәүҙәһе кеүек һындар эшләп, баҫтырып ҡуйһаң, уның шәүләһе төшһә- ярамай, ти.
Жәһилийәт ваҡытында Кәғбәтулла янында 360 пот (һын) торған. Һәр бер ҡәбилә үҙенең нәҫеленән булған изгеләрҙең һәйкәлен эшләп ҡуйған булған. Мәккәлеләр Аллаһҡа шул поттар аша мөрәжәғәт иткәндәр. Пәйғәмбәребеҙ уларҙы емерттергәндән һуң, кешенең аңынан был хөрәфәтте тамыры менән алып ташлау өсөн көс һалған. Аллаға шөкөр, беҙҙә лә уның заты ла юҡ. Фотоларға, һүрәттәргә, шкафта торған бәләкәй генә склуптураларға табынмайбыҙ. Сәждә ҡылғанда ундай нәмәләр алдыбыҙҙа тормай, Ҡөрьән ҡушҡанса бер Аллаһҡа табынабыҙ. Шулай ҙа ғилеме һай булғандарыбыҙ төрлө яҡҡа тайпылырға әҙер торабыҙ, мәҫәлән: изгеләр ҡәберенә барып, уның дөнъялыҡтағы проблемаларыбыҙҙа ярҙам итеүен һорайбыҙ, экстрасенс-табиптарҙың фотоһын элеп ҡуйып, файҙаһын көтәбеҙ (һәм башҡа шуның кеүек).
Мин һеҙгә был темаға ишеткән-белгәндәремде яҙҙым. Тура ғына итеп фекеремде айырып (ярай, ярамай) әйтергә лә хаҡым юҡ. Хәҙерге мөфтиҙән һорап ҡарағыҙ- ул бөтөнләй ҡаршы булыуы мөмкин. Улай тиһәң, әлеге көндә Саудтар илендә (ваһабсылар) ҡайҙа ҡарама урамдарҙа король һәм принцтарҙың портреттары эленеп тора.
Кемгә ышанырға икәнен үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Зәйтүнә Кусяпова
+21 °С
Болотло






