СӘСЕҮЛЕКТӘГЕ УҢЫШТАН ҺӘМ ЕМЕШ-ЙӘШЕЛСӘНӘН ЗӘКӘТ (ҒӨШӨР) 
Ваҡыты:
Сәсеүлектәге уңыштың һәм емеш-йәшелсәнең зәкәте мөҙҙәт (бер һижри йыл үтеүе) менән бәйле түгел. Киреһенсә, "ураҡ ваҡытында" уҡ, йәғни, уңышты йыйып алған көндәрҙә, зәкәт өлөшө таратыла башларға тейеш.
Шарты:
Дөйөм зәкәт өсөн мотлаҡ булған ҡайһы бер шарттар сәсеүлектәге уңышҡа һәм емеш-йәшелсәгә ҡағылмай.Атап әйткәндә:
Тәклиф шарты юҡ. Йәғни, сәсеүлек-баҡсаларҙың эйәһе хатта бала кеше йәки мәжнүн булһа ла, ундағы уңыштан зәкәт түләнә.
Етешлек шарты юҡ. Йәғни, сәсеүлек-баҡсаларҙың хужаһы үҙе бөлгөн хәлдә булһа ла, йыйған уңышынан зәкәт бирә.📌 Шулай уҡ, хәйриә һәм ваҡыф ерҙәре лә үҙ уңышынан зәкәт сығарырға тейеш.
⚖ Нисабы:
Бында ике төрлө фекер:
1⃣ Әбү Хәнифә имамдың һүҙе:
✅ Сәсеүлектәге уңыш һәм емеш-йәшелсә өсөн нисап шарты юҡ. Йәғни, бәләкәй уңыштан да, ҙур уңыштан да үҙ зәкәте сығарылырға тейеш. Һәм уңыштың ниндәй — тиҙ боҙолоусанмы, оҙаҡ һаҡланыусанмы — булыуы мөһим түгел.
2⃣ Әбү Йософ менән Мүхәммәд имамдарҙың һүҙҙәре:
✅ Сәсеүлектәге уңыштың нисабы — биш вәсеҡ (үәсҡ). Биш вәсеҡ — ул 975 кг, йәғни яҡынса бер тонна. Шунан кәм уңыш өсөн зәкәт түләнелмәй.
✅ Шулай уҡ, артыҡ мәшәҡәтһеҙ бер йыл буйы һаҡлана алғандай һәм ҡойола торған (йәғни, мәҫәлән, биҙрәләргә ҡойоп тултырып булғандай) уңыштан ғына зәкәт бирелә (мәҫәлән, бойҙай, арпа, йөҙөм, финик кеүек аҙыҡтарҙан).
✅ Йәшелсәнән иһә бөтөнләй зәкәт юҡ. Емештәр өсөн дә — йөҙөм менән финиктан башҡа — зәкәт сығарылмай.
📌 Мысырҙың Фәтүәләр йорто беренсе фекергә (Әбү Хәнифә имамдың һүҙенә) өҫтөнлөк биргән. ҮәЛлаһу Тәғәлә әғләм.
⚖ Күләме:
Сәсеүлектәр өс төрлө була, төрөнә ҡарап зәкәт күләмдәре лә айырыла:
1⃣ Һуғарыу өсөн сығым һәм көс талап итмәгән сәсеүлектәр (мәҫәлән, ямғыр һыуы менән һуғарылған, йә иһә бөтөнләй һуғарылмаған ерҙәр):
➡️ зәкәтенең күләме — уңыштың 10% өлөшө (ғөшөр);
2⃣ Берәй махсус әләт (машина), этмә (мотор), йәки хайуандар ярҙамында, йә иһә ҡул көсө менән һуғарылған сәсеүлектәр:
➡️ зәкәтенең күләме — уңыштың 5% өлөшө (ярты ғөшөр);
3⃣ Ике ысул менән дә һуғарылған сәсеүлектәр:
➡️ зәкәтенең күләме — ниндәй ысулдың өҫтөнлөк алыуына ҡарап:
1) әгәр күпселек көндәрҙә махсус рәүештә һыу һибелһә (әйтәйек, дүрт ай дауамында үҫкән үҫемлеккә, көнләп һанағанда, ике айҙан ашыу ваҡыт һыу ҡойоп торолһа) — зәкәте 5% (ярты ғөшөр),
2) әгәр күпселек көндәрҙә һыу һибелмәһә (йәғни, үҫемлек, мәҫәлән, шул уҡ дүрт айҙың күпселек көндәрендә үҙ яйына үҫһә) — зәкәте 10% (ғөшөр),
3) әгәр ике ысул да яҡынса тигеҙ булһа — зәкәте 7,5% (5% тигән фекер ҙә бар).
📌 Өҫтәмә: аҙыҡ үҫтереүҙә сарыф ителгән мөлкәт-сығымдар зәкәт күләменә йоғонто яһамай һәм зәкәтте һанағанда иҫәпкә алынмай.






