

Әгәр хәнәфи мәҙһәбе менән ҡараһаҡ, әгәр 15 көндән артығыраҡ тороу ниәте бар икән, намаҙҙарҙы тулыһынса уҡығыҙ. Унан кәмерәк булһа ҡыҫҡартһағыҙ ярай.
Ҡыҫҡартҡан хәлдә лә һәр намаҙҙы үҙ ваҡытында уҡығыҙ - башҡа мәҙһәбтәрҙә ике намаҙҙы (өйлә һәм икенде, аҡшам һәм йәстү) ҡушып уҡыу ҡаралһа ла хәнәфи мәҙһәбендә юҡ.
Нәфел намаҙға килгәндә күпме теләйһегеҙ шунса уҡый алаһығыҙ, ә 5 намаҙҙың сөннәттәрен мосафир хәлендә ҡылмайһығыҙ.
Әгәр өйөгөҙҙән (ауылығыҙҙан) йыраҡ ергә сығып китәһегеҙ икән мосафир һаналаһығыҙ.
Хәнәфи мәҙһәбендә 80 - 90км., әммә хәҙистәрҙә арауыҡ оҙонлоғо иҫкә алынмай, был урындағы ғөрөфкә, юлда күргән мәшәҡәт-ауырлыҡтарға ҡайтып ҡала.
Шулай ҙа ҡушып уҡыуға килгәндә, берәй ҡыйынлыҡ килеп сыҡһа ике намаҙҙы бер ваҡытта уҡыһағыҙ була, сөнки хәҙистәрҙә хатта мосафир булмаған саҡта ла намаҙҙарҙы ҡушып уҡыу ҡаралған.