Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
18 Октябрь 2023, 10:18

Ғиддә ваҡытында ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре

Әгәр яҡынлыҡ булһа...

Ғиддә ваҡытында ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәреҒиддә ваҡытында ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре
Ғиддә ваҡытында ир һәм ҡатын мөнәсәбәттәре

Беренсе һәм икенсе талаҡтан һуң ғиддә ваҡытында ир һәм ҡатын шул уҡ ғаилә булып ҡала, (ашарға бешереү, кейем йыуыу, хужалыҡ алып барыу һ.б) тик яҡынлыҡ ҡылмайҙар.

Әгәр яҡынлыҡ булһа кире ҡауышҡан булалар.

Ғиддә ваҡыты талаҡ әйтелгәндән һуң ҡатындың өс күреме үткәнсегә ҡәҙәр, күрем йәше үткән булһа - өс ай.

Миҫал: ир талаҡ әйтте - ғаилә бергә йәшәүен дауам итә. Ғиддә үтмәҫ борон ир ҡатынын әгәр теләһә кире кайтара ала. Ҡайтарҙы ти, күпмелер йәшәнеләр ҙә тағын талаҡ әйтте - тағын ғаиләлә йәшәгән килеш ғиддә көтәләр. Ғиддә бөтмәҫ борон тағын ҡайтарып алды ти - киренән йәшәп китәләр. Йәшәнеләр йәшәнеләр ҙә тағын талаҡ әйтте ти, (өсөнсөгә) - бынан һуң ҡатын ҡайтып китә һәм улар яңынан ҡауыша алмайҙар, тик ҡатын икенсе иргә сығып йәшәп айырылһа ғына, әгәр теләһәләр яңынан никах уҡып ғаилә төҙөй алалар.

 

Башҡорттарға дин!

Автор:
Читайте нас