Саҙаҡа биреү һәм зәкәт түләү – ирҙәрҙең эше, сөнки мал табыу, аҡса эшләү – уларҙың бурысы. Аҡсаны үҙҙәре эшләп тапҡас, күпме өлөшөн саҙаҡа итеп бирергә һәм күпме зәкәт сығарырға улар үҙҙәре яҡшыраҡ белә. Ҡатын-ҡыҙ иһә уға иҫләтеп торорға һәм кәңәш-фәлән менән ярҙам итергә мөмкин.
Әгәр ҡатын-ҡыҙҙың үҙенең айырым кәсебе (бизнесы), йә уның ғаилә бурыстарына һәм дин тотоуына ҡамасау итмәгән эше бар икән, ул үҙ аҡсаһынан (әгәр нисабы тулһа) айырым зәкәт түләргә тейеш (мотлаҡ). Саҙаҡа биреп йөрөү иһә – яҡшы эш (өҫтәмә күп-күп сауап), әммә фарыз (мотлаҡ) түгел.
Ҡатын кешенең төп саҙаҡаһы – иренә хеҙмәт итеү, уның тамағын, өҫтөн ҡарау, балаларға яҡшы тәрбиә биреү һәм башҡаһы.
Ире уға тип биргән аҡсанан үҙ теләге менән саҙаҡа сығара ала (мәҫәлән, ире яңы күлдәккә тип 1000 һум аҡса бирһә, шуның 100 һумын берәйһенә саҙаҡа итеп биреп китә ала, иренә әйтмәйенсә), әммә ғаилә бюджетынан (ире эшләгән аҡсанан) үҙ белдеге менән, иренә әйтмәйенсә, уңлы-һуллы саҙаҡа таратып ултыра алмай, тәүҙә иренән рөхсәт һораһын. Бәлки, ире былай ҙа саҙаҡа биреп йөрөйҙөр, ғаилә бюджетынан тыш.
Ярай, яҡынса аңлашылғандыр.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
+24 °С
Ямғыр






