Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
16 Октябрь 2023, 11:31

ИСЛАМ ДИНЕ КҮҘЛЕГЕНӘН ДӨРӨҪ ДАУАЛАНЫУ

Хәҙерге заманда күп кешеләр үҙ диндәрен яҡшы белмәгәндәре арҡаһында, теләһә ниндәй харам йә файҙаһыҙ саралар менән дауаланып маташалар, ә Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә иҫкә алынған дауаланыу сараларын белмәйҙәр. Шул сараларҙың ҡайһы берәүҙәрен (бөтәһен дә түгел!) атап үтәйек.

ИСЛАМ ДИНЕ КҮҘЛЕГЕНӘН ДӨРӨҪ ДАУАЛАНЫУИСЛАМ ДИНЕ КҮҘЛЕГЕНӘН ДӨРӨҪ ДАУАЛАНЫУ
ИСЛАМ ДИНЕ КҮҘЛЕГЕНӘН ДӨРӨҪ ДАУАЛАНЫУ
ИСЛАМ ДИНЕ КҮҘЛЕГЕНӘН ДӨРӨҪ ДАУАЛАНЫУ
Хәҙерге заманда күп кешеләр үҙ диндәрен яҡшы белмәгәндәре арҡаһында, теләһә ниндәй харам йә файҙаһыҙ саралар менән дауаланып маташалар, ә Ҡөрьәндә һәм Сөннәттә иҫкә алынған дауаланыу сараларын белмәйҙәр. Шул сараларҙың ҡайһы берәүҙәрен (бөтәһен дә түгел!) атап үтәйек. (Кем бының турала күберәк белергә теләй, ислам медицинаһы темаһына яҙылған китаптарҙы уҡыһын. Мәҫәлән, Ибн Ҡа́ййим Әл-Джәүзи́йәнең «Әт-тыбб Ән-нәбәүи» – «Пәйғәмбәрҙең (ﷺ) медицинаһы» – китабын).
1). Кешенең күп ауырыуҙары саманан тыш ашауҙан барлыҡҡа килә. Шуға дөрөҫ ашауҙы дауаланыуҙың беренсе сараһы итеп ҡуйһаҡ, хата булмаҫ. Бер хәҙистә әйтелгәнсә, *_«Әҙәм балаһы тарафынан тултырылған иң насар һауыт – ул уның эсе. Кешегә арҡаһын төҙ тотор өсөн бер нисә киҫәк кенә лә етә. Әгәр ашар булһа инде, ашҡаҙанының өстән бер өлөшө – ашауға, өстән бере – эсеүгә, тағы өстән бере – тын өсөн булһын»_* (Имам Әхмәт, Әт-Тирмиҙи риүәйәт иттеләр, Әл-Әлбәни был хәҙисте «көслө» тип баһаланы).

2). Исламда ауырыу кешене Ҡөрьән һәм доғалар менән дә дауалайҙар. Аллаһ Тәғәлә үҙ китабы тураһында: *«Һәм Беҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә шифа һәм рәхмәт булған нәмәне иңдерәбеҙ. Залимдарға ул хәсрәт кенә арттыра»* – тигән. Сахих хәҙистә әйтелгәнсә, сәхәбәләр саяндан (скорпион) сағылған бер кешене «Фәтихә» сүрәһен уҡып йүнәлткәндәр, һәм теге кеше уларға бер нисә (бер риүәйәт буйынса – утыҙ!) һарыҡ биргән.

3). Шулай уҡ күп кешеләрҙең белмәгән дауаланыу төрө – ул тмин орлоғо һәм майы. Был үҫемлек тураһында пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) шулай тигән: *_«Тмин – үлемдән башҡа бөтә ауырыуҙарҙан да дауа!»._* (Әл-Бүхари, Мүслим һәм башҡа имамдар риүәйәт итте). Был үҫемлек менән таныш булған кеше уның иҫ киткес ярҙамын үҙе лә аңлай алыр.

4). Тағы ла күп кешеләргә ят булған дауаланыу төрө – ул хиджә́мә. Бер хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): *_«Иң яҡшы дауаларҙың береһе – ул хиджәмә!»_* – тигән (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Хиджәмә – ул тирене күренер-күренмәҫ кенә ҡырҡып, ҡуйырған насар ҡанды сығарыу. Хәҙерге медицинала кешегә банкалар ҡуйыу – ана шул хиджәмәнең бер төрө. («Ҡоро», йәғни ҡан сығармай торған хиджәмә).

5). Мосолмандар дауаланыу өсөн йыш ҡулланған тағы бер үҫемлек – ул ҡыст һи́нди (костус, сostaceae, القسط الهندي). Был үҫемлек тураһында пәйғәмбәребеҙ (ﷺ): *_«Ошо Һиндостан ағасын ҡулланығыҙ, унда ете төрлө шифа бар»_* – тигән (Әл-Бүхари, Мүслим риүәйәт иттеләр). Ибн Хәджәр әйтеүенсә, был үлән ашҡаҙанды йылыта һәм енси көстө арттыра («Фәтх Әл-Бә́ри»).

6). Тағы ла мосолман медицинаһындағы мөһим бер нәмә – теш таҙартыусы тамыр сиүә́кте әйтеп үтәйек. Хәҙистә әйтелгәнсә, *_«Сиүәк ауыҙҙың таҙалығына һәм Раббыңдың ризалығына илтә»_* – тигән (Әл-Бүхари, Ән-Нәсәи, Әхмәт риүәйәт иттеләр). Сиүәкте ҡулланыу теш таҙалығы өсөн генә түгел, ә пәйғәмбәребеҙҙең (ﷺ) сөннәтенә эйәреү өсөн мөһим. Мосолман ғалимдары иҫбат итеүенсә, сиүәктә микробтарҙы үлтереүсе күп матдәләр бар. Былар барыһы ла – пәйғәмбәребеҙ (ﷺ) беҙгә еткергән дауаланыу юлдарының бәләкәй генә бер өлөшө. Бынан тыш бал, хөрмә, һөт һәм башҡа күп нәмәләр тураһында һөйләр алыр инек, ләкин үҙегеҙ ислам динен һәм медицинаһын өйрәнергә тырышығыҙ, Ҡөрьәндең һәм хәҙистәрҙең ҡәҙерен белегеҙ. Шуны иҫтә тотайыҡ: күп кенә ауырыуҙарҙың сәбәбе булып беҙ үҙебеҙ торабыҙ, дөрөҫөрәге, беҙҙең үҙ тәнебеҙгә һәм динебеҙгә булған вайымһыҙлыҡ. Аллаһ Тәғәлә барыбыҙҙы лә ғәфү итһен, әмин!
Ишморат хәҙрәт Хәйбуллин.
«Йома хөтбәләре» китабынан
https://vk.com/club42590072?w=wall-42590072_13426 
 
Автор:
Читайте нас