

Абдулла ибн Ғүмәрҙән (Аллаһ унан риза булһын) шундай бер хәҙис риүәйәт ителә: «Бер көндө Аллаһ рәсүле ﷺ беҙгә вәғәз менән мөрәжәғәт итте: “Эй мөһәджирҙәр! Мосолман өммәте өҫтөнә төшәсәк биш һынауҙы һеҙгә күрергә яҙмаһын ине, тип Аллаһҡа доғалар ҡылам! (Артабан ул был биш һынауҙы һанап киткән. ‒ Ред.).
1. Кешеләр араһында зина ҡылыуҙың киң ҡолас йәйеүе арҡаһында улар был әшәкелекте хатта башҡаларҙан йәшермәй башлаһа, улар араһында быға тиклем булмаған сирҙәр һәм йотлоҡ таралыр.
2. Әгәр сауҙагәрҙәр, аҙыҡ-түлекте еткермәй үлсәп, кешеләрҙе алдарға керешһә, Аллаһ уларға ҡоролоҡ ебәрер; аҙыҡ-түлеккә ҡытлыҡ килер; хакимдар йәбер-золом ҡыла башлар.
3. Әгәр кешеләр зәкәт сығарыуҙан баш тартырға тотонһа, ямғырҙар яумаҫ. Ерҙә йәнлектәр йәшәмәһә, Аллаһ уларҙы яуым-төшөмдән бөтөнләй мәхрүм итер ине.
4. Аллаһҡа һәм Уның рәсүленә ﷺ итәғәт итеүҙән туҡтаһалар, Аллаһ уларҙың дошмандарына еңеү бирер, уларҙың башбаштаҡлыҡ ҡылыуына юл ҡуйыр.
5. Әгәр әмирҙәр Аллаһ Китабы буйынса хөкөм сығарыуҙан туҡтап, башҡа нәмәне үҙҙәренә ҡулланма итеп алһа, Аллаһ улар араһында бер-береһенә ҡарата нәфрәт урынлаштырыр!”»
📚 Был хәсән дәрәжәһендәге хәҙисте Ибн Мәджәһ, әл-Хәким һәм әл-Баззар риүәйәт иткән.
✅ Донъялағы йәбер-золом, әшәкелек, хатта йоғошло ауырыуҙарҙың ҡотороуы һәм төрлө бәлә-ҡазалар ‒ кешеләр ҡылған гонаһтар, кешеләр һайлаған тормош һөҙөмтәһе. Фасиҡ әҙәмдәр ҙә, мөьминдәр ҙә, көслөләр ҙә, көсһөҙҙәр ҙә гонаһтарҙың насар эҙемтәләрен үҙ башынан үткәрә. Был донъя шулай ҡоролған. Шул рәүешле гонаһлылар фанилыҡта уҡ үҙ язаһын татый, ә мөьминдәрҙең имандары һынала, сабырлыҡ күрһәткән өсөн дәрәжәләре арта. (Рауф Буранбаев)