+24 °С
Ямғыр


БЮТ "Яңылыҡтар" төркөмө хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районының Ҡужан ауылында ағас йорт янып киткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ут һанаулы минутта йәйге аласыҡты, мунсаны һәм йортто ялмап алған.
Шуныһы ғәжәп, йортта һаҡланған дини китаптар, Мөжәүир хәҙрәттең һүрәте, намаҙлыҡ һәм түбәтәй утта янмай, шул көйөнсә ҡалған.
Был осраҡлы хәл түгелдер, нисек уйлайһығыҙ?
Фото һәм текст сығанағы: БЮТ "Яңылыҡтар" төркөмөнән
Автор:Карима Усманова
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзитенән