Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
4 Август 2023, 05:33

ОЛО ГОНАҺТАР

Күп кешеләрҙең һорауы буйынса әҙерләнгән материал.

ОЛО ГОНАҺТАРОЛО ГОНАҺТАР
ОЛО ГОНАҺТАР

*** ОЛО ГӨНАҺТАР
(күп кешеләрҙең һорауы буйынса әҙерләнгән материал)
* Ғиффәтле, намыҫлы, саф булған ҡатын-ҡыҙға яла яғыу.
-Аллаһү Тәғәлә Ҡөрьәндә: “... әгәр яла яғыусы һүҙен дөрөҫләй алмаһа (дүрт шәһид (свидетель) кәрәк), ул кешегә 80 ҡамсы һуҡтырыу тейеш һәм ул кешенән һис ҡасан да шәһидлыҡ ҡабул ителмәҫ”, ти (24:4).
-Пәйғәмбәр: “Ете гонаһтан һаҡланығыҙ. Береһе – ғиффәтле ҡатын-ҡыҙға яла яғыу ...” тине (Бүхари; Мүслим; Әбү Дәүд; Нәсәи; Тирмиҙи).
-Үҙенең ҡолон зина ҡылыуҙа ғәйепләүсегә, Ҡыйәмәт көн ҡаты язаға буласаҡ. Әгәр ҡоло ысынында ундай булмаһа (Бүхари; Мүслим).

-Үҙ-үҙен хөрмәт иткән кеше дәлилһеҙ үҙ ҡатынын зинала ғәйепләргә йәки никахһыҙ тыуған кешегә “тыума һ.б.” тип мөрәжәғәт итергә хаҡы юҡ, сөнки һәр кем үҙ әсәһен, ҡатынын, ҡыҙын һәм ҡыҙ туғандарын онотмаҫҡа тейеш.
-“ ... был кешеләргә Аллаһтың ләғнәте һәм тамуғ уты әҙерләнгән” (24:23).

-“Нисек ҡотолорға? Пәйғәмбәр әйтте: “Телеңде тый, үҙ гонаһтарыңды уйлап ила ...”.
-Ысынлапта, кеше үҙ гонаһтарын иҫенә төшөрөп, Аллаһтан ҡурҡып илаһа, сит кешене гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләргә ваҡыты ла, хәле лә ҡалмаясаҡ, ә “Мин гонаһһыҙ”, тип бәлиғ йәшенә етмәгән сабый бала ғына әйтә ала.
Ә. Ноғоманова-Ғәзизова, Сибай “Тәҡүә” мәсете мөғәллимәһе.

Автор:
Читайте нас