

ТАРАТЫҒЫҘ
НАРЫҪТАУ
ҺОРАУ: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Һорау Нарыҫтауға ҡағылышлы. Шунда барырға саҡырыу ебәргәйнеләр, унда барырға яраймы? Беҙҙең мәсеттә тыялар, башҡаларҙа юҡ. Дөрөҫлөк ҡайҙа?
Ҙур рәхмәт!
ЯУАП: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рахмәтүЛлаһи үә бәракәтүһ!
Тыйған кешеләр дөрөҫ әйтә, мосолманға ул ҡәбергә менергә һәм ундағы сараларҙа ҡатнашырға ярамай.
Ҡыҫҡаса ғына аңлатһаҡ, ул Нарыҫтау йыйылыштары тулыһынса алдаҡ һәм аҙашыу өҫтөндә ҡоролған, дини яҡтан да, донъяуи яҡтан да (мәғлүмәт технологияларының шундай үҫешкән заманында кешеләрҙе һаман шулай алдай алыуҙары, ысынында, ғәжәпкә ҡалдыра).
Был Нарыҫтауҙа ике сәхәбә (Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ﷺ иптәштәре) ерләнгән, тип алдайҙар. Әммә археологтар тап шул ҡәберлекте инде күптән тикшергән булған, ул ҡәберҙә Алтын Урҙа дәүерендә үлгән ҡораллы ир-егет һөлдәһен тапҡандар. Был башҡорт риүәйәттәрендәге, Нарыҫтауҙа Иҙеүкәй ерләнгән, тигән боронғо тарихҡа нығыраҡ тура килә. Эргә-тирәләге халыҡ та, ҡасан был шау-шыу башланғансы, унда тап Иҙеүкәй ята, тип белә ине.
БСТ һәм гәзит-журналдар менән манипуляциялар эшләп, ҡалай оҫта алданы был хаҡҡаниҙар башҡорт халҡын. Боронғо халыҡ легендаларына ла, урындағы тарихсылар һәм археологтарҙың тикшеренеү документтарына ла төкөрҙөләр ҙә, бында ике сәхәбә ята, имеш, тип, Нарыҫтау өсөн өп-өр яңы икенсе легенда булдырҙылар.
Шул ҡәберлек эргәһендә наҙан халыҡ өйрөлөп йөрөгән икенсе таштар – улар хатта ҡәберлек тә түгел, ә колхоз ваҡытында өйөп ҡалдырылған таштар. Аҫтында бер ниндәй ҙә ҡәбер юҡ, тиелә документтарҙа. Әммә халыҡ унда бөгөн шул колхоз таштары тирәләй тауаф ҡыла һәм шул таштарҙан шифа һорай, әстәғфируЛлаһ.
"Сәхәбә" ҡәберҙәре күрше Татарстанда ла бар. Бөтәһе лә – башҡорт суфыйҙары ла, татар суфыйҙары ла – Болғарға Пәйғәмбәр ﷺ өс сәхәбә ебәргән булған, тигән уйҙырма хәҙискә таяна. Ярай, өс сәхәбә килгән, тиһәк тә (фараз рәүешендә), әммә, мин белгәндән генә, Татарстанда – ике "сәхәбә" ҡәбере, Башҡортостанда өс "сәхәбә" ҡәбере бар. Кәмендә биш ҡәбер килеп сыға. Тимәк, кәмендә ике ҡәбер "артыҡ" түгелме?
Әммә суфыйҙар математика менән беҙҙә генә улай "дошманлашмай", ғәрәп донъяһында ла шул уҡ хәл. Мәҫәлән, Пәйғәмбәрҙең ﷺ ейәне Хөсәйендең башы ғына кәмендә, мин ишеткәндән, ете ерҙә ерләнгән. Һәм һәр суфый тәриҡәте үҙендәге ҡәберҙе "ысын баш" тип дәғүә итә. Әммә Хөсәйендең (Аллаһ унан риза булһын) ете башы булмаған. Тимәк, кәмендә алты тәриҡәт алдаша. Беҙҙәге "сәхәбә" ҡәберҙәре менән дә ошоға оҡшаш хәл.
Әйткәндәй, Башҡортостанда күпме суфыйҙар һәм ғалимдар йәшәп, элек берәү ҙә Нарыҫтауҙа сәхәбәләр ятыуын хәбәр итеп тә, ишаралап та ҡалдырмаған. Шул тирәнән күпме үтеп йөрөһәләр ҙә. Зәйнулла Рәсүлев тә, Риза Фәхретдин дә, Зәки Вәлиди лә – берәү ҙә. Ә ҡайҙалыр Ҡыпрыста ултырыусы, мәжнүн икәне күҙгә күренеп тороусы, үҙенә "әүлиәләрҙең әүлиәһе, грандшейх" тигән әллә ниндәй исемдәр алыусы төрөк ҡарт Хаҡҡани быны фото аша ғына "күрә алған". Беҙҙең бер ҡатлы башҡорттар шуға ышана һалды, аяҡтарын ятып, һөйрәлеп йөрөп үптеләр...
Башҡортостанда "хаҡҡаниҙар" сектаһын бөгөн Салауат Килдин етәкләй. Ул хәҙер үҙен Салауат тип йөрөтмәй, Усман тигән яңы исем алған (Усман шәйх, йәнәһе). Уға "Арғымаҡ" эстрада рок төркөмө (Ринат Рамазанов), Роберт Юлдашев ҡурайсы, "Гүзәл-данс" бейеү төркөмө, Салауат Хәмиҙуллин, Рәшит Тайбуғин кеүек журналистар, шағирә Лариса Абдуллина һәм башҡа бер нисә кеше ярҙам итә. Уларҙың береһенең дә дини белеме лә юҡ, динде аңлау кимәлдәре лә бик түбән, ҡыҙғанысҡа күрә. Сөнни мосолмандар ғына түгел, хатта бүтән суфый төркөмдәре лә уларҙы өнәп етмәй һәм суфый итеп танымай. Бөтә донъяла ла, Башҡортостанда ла.
Салауат Килдин элек, Рәхимов ваҡытында, телерадиоөлкәлә ниндәйҙер бер хужа булған. Шул элекке бәйләнештәре менән генә гәзит-журналдарҙа һәм БСТ каналында ҡеүәтле реклама һәм медиафон булдырып, был "Нарыҫтау" әкиәте менән ҡалҡып сыҡты. Әммә дин яғынан да, донъяуи фәндәр яғынан да был әкиәттең бер ниндәй ҙә нигеҙе юҡ.
Дини аҙашыуҙарға килгәндә, Нарыҫтауҙа мәрхүмдәрҙән шифа һәм бәрәкәт өмөт итеү кеүек ширек (күп илаһлыҡ) эштәре, мәсет эсендә бейеү кеүек бидәғәттәр (русса – ересь) һәм башҡа бик күп яңылышлыҡтар ҡылына (был турала айырым мәҡәләләр ҙә, китаптар ҙа яҙылғайны).
Ул эштәрҙең ҡайһылары кешене йә Ислам диненән сығара (кеше мосолман булыуҙан туҡтай һәм, тәүбә итмәһә, кафыр хәлендә үлә, Аллаһ һаҡлаһын), йә ныҡ ауыр гонаһ булып яҙыла (диндән сығармаһа ла).
Шуға, ҡәрҙәштәр, милләттәштәр, был алдаҡҡа эйәрмәгеҙ, ҡупшы сапандар ябынған ул шайтан хеҙмәтселәренә алданмағыҙ. Тормош берәү генә, уны ҡабат йәшәп булмай, динегеҙҙе ныҡ һаҡлағыҙ. Намаҙ ҡылығыҙ, Ҡөрьән уҡығыҙ, зикерҙәр әйтегеҙ, доғала булығыҙ, изге эштәр эшләгеҙ, холҡоғоҙҙо төҙәтегеҙ, хәҙистәр өйрәнегеҙ һәм башҡаһы, әммә был кешеләр менән бергә ҡәберҙәр тирәләй йыйылышып, Ахирәттән ҡолаҡ ҡаға күрмәгеҙ. Нәсихәтем тамам. Ә тәүфиҡ – бер Аллаһтан. Кемде Ул тура юлға күндергән, шуны берәү ҙә аҙаштыра алмаҫ, ә кемде Ул аҙаштырған (ярҙамһыҙ ҡалдырған), шуны инде берәү ҙә тура юлға баҫтыра алмаҫ.
ҺҺ: Сөнни мосолмандар ул тауға ҡасан да булһа, ин шәә Аллаһ, менәсәк. Тик бер маҡсат менән. Әммә уныһы инде икенсе тарих.
(Һорауға Айгиз Сафа яуап бирҙе,
"Башҡорттарға — дин!" төркөмөнән).