Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
1 Август 2023, 11:28

Үлгән кешенең ҡырҡын ҡайҙа уҡытыу дөрөҫ була?

Яуабы түбәндә.

Үлгән кешенең ҡырҡын ҡайҙа уҡытыу дөрөҫ була?Үлгән кешенең ҡырҡын ҡайҙа уҡытыу дөрөҫ була?
Үлгән кешенең ҡырҡын ҡайҙа уҡытыу дөрөҫ була?

Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рахматуллаһи үә бәрәкәтүһү һеҙгә бер һорауым бар. Үлгән кешенең ҡырҡын ҡайҙа уҡытыу дөрөҫ була, йән биргән ерҙә ме йәки йәшәгән ерендәме?Рәхмәт.

Яуап:
Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүллаһи үә бәрәкәтүһ.
"Ҡырҡы" тигән нәмә, туғаным, ул шундай нәмә: ҡайҙа уҡытһаң да дөрөҫ булмай. Сөнки "Ҡырҡы" тигән нәмә христиандарҙан килгән.
(Лучше) Шул мәжлес йыям тигән аҡсаны әсәйегеҙ исеменән мохтаж туғандарығыҙ араһында таратығыҙ ҙа ҡуйығыҙ, "доға ҡылығыҙ" тип.
Доға ҡылмаһалар ҙа, Аллаһ белә бит.
Ә туғандар менән һый өсөн күрешеү ниндәйҙер үлем көндәренә бәйле булмаһын. Былай ғына йыйылығыҙ, бер-берегеҙгә бүләктәр бирегеҙ. Шул һый ваҡытында доға ҡылығыҙ 🤲🤲🤲🕋

Ишморат хәҙрәт.

Автор:
Читайте нас