

Алхәмдуллилах, ашарыма бар, кейеремә бар, тамағым туҡ, өҫтөм бөтөн. Ике күҙем күрә, аяҡтарымда йөрөйөм, ҡулдарым ҡалаҡ ҡына түгел, нимә тотһа шуны эшләй, зиһенем теүәл, ҡолаҡтарым ишетә, ошо Аллаһым биргән һауаларҙа тын алам, ер йөҙөндә ниндәй еҫтәр бар һиҙәм. Йөрәгем мөхәббәтте, күңелем моңдо аңлай. Һөйләшергә Аллаһым тел асҡыстары биргән. Дуҫты дуҫ тип, дошманды дошмандан айырырға өйрәткән. Аллаһыма шөкөр, атайым-әсәйемә рәхмәт туғандарһыҙ итмәгән, етемлек аяныстарынан айырған. Аллаһыма шөкөр, балаларым иҫән-һау, бәхет-һаулыҡтарын бирһен. Был фани донъяла ҡунаҡ ҡына икәнемде оноттормаһаң ине!
ҮҘЕҢДЕ ӨШКӨРӨҮ ДОҒАҺЫ:
БИСМИЛЛӘҺИ, БИСМИЛЛӘҺИ, БИСМИЛЛӘҺИ.
ӘҒҮДҮ БИ ҒИЗЗӘТИЛЛӘҺИ ВӘ ҠУДРАТИҺИ МИҢ ШӘРРИ МӘӘ ӘДЖИДУ ВӘ ҮХӘДЗИРУ МИН үәжғи һәҙә.
(Ете мәртәбә уҡып, усҡа өрөп, ауырыу ереңде һыпырырға).