

Матур тәрбиә бирә улар
Быйылғы Һабантуй байрамында Николаевка ауылынан ете бала әсәһе Зәлиә Авгонова “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде. Хәҙерге заманда күп бала тәрбиәләүсе әсәйҙәр бик үк күп түгел. Шуға күрә үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алған әсә менән яҡындан танышыу теләге тыуҙы.
Ете бала тәрбиәләүсе Зәлиә һәм Дустмурод Авгоновтар ғаиләһе Николаевка ауылынан йорт алып, уға яҡшы ремонт яһап, матур итеп донъя көтәләр. Киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ йорт һалып сығырға планлаштыралар.
Иң өлкән улдары Рәзил менән Илмир үҙҙәренең яратҡан һөнәрҙәре буйынса эшләп йөрөйҙәр. Оло ҡыҙҙары Сайёра бейергә ярата һәм хореограф булырға хыяллана. Ситора менән Мөхәммәт – мәктәп уҡыусылары, ә Мәхмүт менән Мусамир балалар баҡсаһына йөрөй.
Зәлиә менән Дустмород ислам дине ҡанундары буйынса донъя көтә. Улар биш намаҙын ҡалдырмайҙар, ураҙа тоталар. Бөтә дини байрамдарҙы ҙур ғаиләләре, туғандары, күршеләре менән бергәләшеп үткәрәләр.
- Икебеҙ ҙә ҙур ғаиләлә тәрбиәләнгәнбеҙ. Шуға ла үҙебеҙ ҙә ишле ғаилә тураһында хыялландыҡ. Күмәк булһаң күңелле бит. Бөтә эштәрҙе лә бергәләшеп башҡарабыҙ. Балалар барлыҡ йорт эштәрендә оло ярҙамсыларыбыҙ булып тора. Ҡыҙҙарыбыҙ бигерәк тә аш бүлмәһендә ярҙам итергә ярата. Үҙҙәре лә ҡамыр аштары бешерергә оҫталар. Баҡса үҫтереүҙә балаларыбыҙҙың ярҙамы ҙур. Балаларҙы кесе йәштән хеҙмәткә өйрәтергә кәрәк, сөнки тормош көткән саҡта һәр һөнәр кәрәкле, - тиҙәр Авгоновтар бер һүҙҙән.
Ата-әсәнең балаларында туған телгә һәм дини йолаларға һөйөү, туғандарҙы хөрмәт итеү кеүек юғары сифаттар тәрбиәләргә тырышыуҙары асыҡ күренә. Балаларың тәртипле, уңған булһын тиһәң, үҙеңә лә уларға өлгө булып торорға кәрәк тигән ҡарашта улар.
- Аллаһы Тәғәлә биргән балаларыбыҙҙың барыһы ла иҫән-имен булһындар һәм уларҙың һәр береһе үҙҙәре теләгән һөнәрҙәрен һайлап, тормош юлын матур үтеүҙәрен, беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырыуҙарын теләйбеҙ, - ти бәхетле ата-әсә.
Теләктәрегеҙ ҡабул булһын!
Розалия БИКТИМЕРОВА.
Автор фотоһы.