

"Беҙҙең ғаиләлә шундай ғәҙәт бар: тыштан ингәндә, өйҙә бер кем дә булмаһа ла: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ", - тип ҡысҡырып сәләм бирәбеҙ. Сөннәттә бындай нәмә бармы, дөрөҫ ғәмәлме?"
Яуап: Ҡара: әл-Бохари, "Сахих", 1186-сы хәҙис.
Гел, ишектән кергәс тә, өйҙәгеләрҙе: "Әссәләмү ғәләйкүм!" – тип (йә тулыһынса: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ!" – тип) сәләмләгеҙ.
Әнәс ибн Мәлик исемле сәхәбә (Аллаһ унан риза булһын): "Миңә Аллаһ рәсүле ﷺ: "Улым, ғаиләң янына кергән саҡта сәләм бир – бынан үҙеңә лә, йорт әһелдәреңә лә бәрәкәт булыр", – тип өйрәтте", – тигән.
Ҡара: әт-Тирмиҙи, "Джәмиғ", 2698-се хәҙис, сахих.
Буш (бер кем дә булмаған) өйгә кергән саҡта: "Әссәләмү ғәләйнә үә ғәлә ғибәди-Лләһи-ссалихин", – тип сәләм бирегеҙ (тәржемәһе: "Беҙгә лә, Аллаһтың барлыҡ изге ҡолдарына лә сәләм!").
السلام علينا و على عباد الله الصالحين
Ҡара: әл-Бохари, "Әдәб әл-Мүфрад"; Мәлик, "әл-Мүатта".
Был сәләмләү эсенә өй эсендәге фәрештәләр ҙә инеп китә. – тәрж.
Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=150653071&w=wall-117353022_5936%2F44f6c01886ebb68a76