Даирә
+21 °С
Болотло

Байрам да, һынау ҙа - бер юлы

Үткән йыл Сибай ҡалаһында йәшәүсе Айһылыу абыстай Сәләхова дин дәрестәре буйынса дистанцион уҡыу төркөмө ойоштора, тигән хәбәрҙе ишеткәс, беҙ, мәсеткә йөрөүсе ҡыҙҙар, үҙ-ара кәңәшләшеп, яҙылырға булдыҡ.

Байрам да, һынау ҙа - бер юлыБайрам да, һынау ҙа - бер юлы
Байрам да, һынау ҙа - бер юлы

Үткән йыл Сибай ҡалаһында йәшәүсе Айһылыу абыстай Сәләхова дин дәрестәре буйынса дистанцион уҡыу төркөмө ойоштора, тигән хәбәрҙе ишеткәс, беҙ, мәсеткә йөрөүсе ҡыҙҙар, үҙ-ара кәңәшләшеп, яҙылырға булдыҡ.

Ошо рәүешле, Бишауыл-Уңғар ауылынан биш мөслимә уҡый башла­ныҡ. Иң башта ҡара урман эсендәге кеүек хис иттек үҙебеҙҙе. Дини ғи­лемде еңел генә үҙләштерерлек түгел, ғүмерҙә лә төшөнөп булмаҫ һымаҡ ине. Тырыша-тырмаша торғас, Әлхәм­ду лил ләәһ, яйлап-яйлап күҙҙәребеҙ асыла башланы, ғәрәп хәрефтәренә лә төшөнөп, Ҡөрьән сүрәләрен дә ҡағиҙәләргә ярашлы дөрөҫ итеп уҡырға өйрәндек, ислам нигеҙҙәре буйын­са бай мәғлүмәт алдыҡ. Бының өсөн иң тәүҙә мөғәллимәләребеҙ Айһылыу Сәләхова, Ғилминур Ғәлина, Сәриә Ҡәйүмова, Гөлнәфис Хәмәтгәрәева­ларға рәхмәтлебеҙ.

Шулай итеп, 2022 йылдың октябрь айында уҡыуҙар башлаған инек, һигеҙ ай үтеп, һынауҙар тапшырыр ваҡыт ки­леп тә етте. Уҡыу барышында уҡыты­усыларыбыҙ видео һәм аудио дәрестәр үткәрҙе, лекциялар уҡыны, контроль эштәр эшләтеп баһалар ҡуйҙы. Һәр бе­ребеҙ тырышып әҙерләндек. Ҡайҙан иң күп мөслимә, имтихан тапшырыуҙы ла шул төбәктә үткәрергә ҡарар ителгән. Беҙҙең районыбыҙҙан ете кеше булған­лыҡтан, имтихан урыны итеп Ҡыр­мыҫҡалы районының Олокүл ауылы һайланды. Имтихан билеттары Ғаҡидә, Фиҡх, Пәйғәмбәрҙәр тарихы, Ҡөрьән уҡыу (тәжүид) буйынса дүрт һорауҙы үҙ эсенә алып төҙөлгәйне. Имтихан тапшырыу сараһын ябай ваҡиға итеп кенә түгел, ә иҫтә ҡалырлыҡ байрам рәүешендә үткәрергә ҡарар ҡылынды. Тәүге көн ошо уңайҙан “Мөслимәләр һабантуйы” тип билдәләнде.

Һабантуй байрамын да, имтихан­дарҙы ла бер аҙ борсолоп та, шөрләп тә, шул уҡ ваҡытта түҙемһеҙләнеп тә көттөк. Имтихандар шөрләтһә, ә инде бығаса тик телефон аша ғына бер-бе­ребеҙ менән таныш булған мөслимәләр менән яҡындан күрешеүҙе түҙемһеҙлә­неп, шатланып көттөк.

Бына көткән көндәр ҙә килеп етте. “Мөслимәләр һабантуйы” Олокүл ауылында йәшәүсе Гөлфиә исемле мөслимәнең ихатаһында үтте. Бында барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылды. Ҡа­пҡалағы шарҙар әллә ҡайҙан байрам икәнен күрһәтеп тора. Мосолман­са кейенгән мөслимәләр бер-береһе менән таныша, хәбәрҙәре менән ур­таҡлаша. Һәр кемдең йөҙөндә бай­рам кәйефе, осрашыу шатлығы сағы­ла. Ун һигеҙ райондан йыйылған мөслимәләрҙең бер-береһе менән яҡындан танышыу мөмкинселеге нәҡ ошо һабантуй барышында тормошҡа аша.

Һабантуйҙы Олокүл ауылы “Нурғәле” мәсете имам-хатибы Әл­фәрит Ширғазин аҙан әйтеп асып ебәргәс, бар тирә нурға сумғандай бу­лып китте. Әйткәндәй, Әлфәрит хәҙрәт байрам уңайынан дөйөм саҙаҡа иҫә­бенән ҡорбан да салдырып ҡуйған. Ул байрам менән ҡотлап, мөслимәләргә имтихандарҙа уңыштар теләне. Олокүл ауылы мәҙрәсәһендә белем биреүсе Марат хәҙрәт үҙенең шәкерттәрен алып килгән. Улар доғалар уҡыны, дингә ҡағылышлы шиғырҙар һөйлә­не. Архангел районынан килгән ҡунаҡ Мөхәммәт хәҙрәт вәғәз менән сығыш яһаны, үҙенең шиғырҙарын уҡыны.

Артабан һәр райондан килгән мөс­лимәләр үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте: салауаттар, мөнәжәттәр әйттеләр, дингә ҡағылышлы шиғырҙар һөйләнеләр. Айһылыу Сәләхова ижад иткән әйтештәр бик тә фәһемле, тәрбиәүи яҡтан файҙалы булды. Мөс­лимәләр Гөлнас, Сәүиә һәм минең дини шиғырҙарымды ла ихлас ҡабул иттеләр. Дингә ҡағылышлы виктори­на һорауҙары ла бик ҡыҙыҡлы, уйла­нылған булыуы менән күңелгә ятышлы булды. Шуғалыр ҙа мөслимәләр ҙур ихласлыҡ менән, дәррәү ҡатнашты.

Балаларҙың ҡатнашыуы ла үҙе бер матур күренеш булды. Сөнки дини тәрбиә алып, иманлы булып үҫкән ба­лаларыбыҙ булғанда киләсәгебеҙҙең дә ышаныслы, имен булыуына шик юҡ. Улар һүрәт төшөрөү, шиғыр һөйләү, сүрәләр ятлау конкурстарында ҡатна­шып, бүләктәр алып ҡыуанды.

Һабантуй барышында мосолман яулығы ябыныу, тормошта бик тә кәрәкле мәйет йыуыу тәртибе буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде, аш-һыу әҙерләү буйынса ярыштар уҙғарылды. Ғүмер иткәндә барыһы ла кәрәк, кеше һәр яҡлап мәғлүмәтле булырға тейеш. Шуларҙы иҫтә тотоп, эшләнде бөгөнгө һабантуй һынауҙары.

Иртәгәһен “Зөләйха” мәҙрәсәһен­дә Рәсимә апайҙың вәғәзен тыңлаған­дан һуң, имтихандар тотоп, алған төплө белемдәребеҙҙе күрһәтеп, остаз­дарыбыҙҙы ҡыуандырҙыҡ. Улар сәскән орлоҡтарҙың шытып сығып, һутлы тос емеш биреүе менән сағыштырыу бик урынлы булыр һымаҡ, сөнки уҡытыусы өсөн үҙ хеҙмәтенең уңышын күреү оло шатлыҡ бит ул. Тимәк, ваҡыт бушҡа, ғүмер заяға уҙмаған. Быға беҙҙең алған Шәһәдәтнамәләребеҙ үҙе асыҡ дәлил. Остаздарыбыҙ Айһылыу Сәләховаға, Ғилминур Ғәлинаға, Сәриә Ҡәйү­мовға, Гөлнәфис Хәмәтгәрәеваға, шу­лай уҡ төркөм старосталарыбыҙға рәх­мәт. Аллаһ уларҙан риза булһын.

Алдағы көҙгә тағы бергә ойошоп, уҡыуҙарыбыҙҙы дауам итербеҙ, тигән өмөттәбеҙ, Иншә Аллаһ.

Әлфиә ХӘЙРЕТДИНОВА.

Бишауыл-Уңғар ауылы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас