

Бәйғәмбәребеҙ ғәләйһис-сәләм:
“Әгәр кеше «Бәҡара» сүрәһенең аҙаҡҡы 2 аятын уҡыһа, улар уны барлыҡ яманлыҡтарҙан тыйып ҡалырҙар”, – тип әйткән.
«Әғүүҙү бикәлимәәтил-ләәһит-тәәммәәти мин шәрри мәә халәҡ».
Мәғәнәһе: «Аллаһ барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам».
Был һүҙҙәрҙе юлда һәм берәй өйҙә туҡтағанда ла әйтергә кәрәк. Бәйғәмбәребеҙ саләллаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: , «Юлда йәки берәй өйҙә туҡтағас, , «Алла барлыҡҡа килтергән барлыҡ яманлыҡтарҙан Уның камил һүҙҙәре менән һыйынам» , – тип әйткән кешегә юлға ҡуҙғалғансы бер нәмәлә зыян килтерә алмаҫ.
«Бисмилләәһил- ләҙии ләә йадурру мәғәсмиһи шәй-үн фил-арди үә ләә фис-сәмәәә-и үә һүәс-сәмииғул –ғәлиим».
Мәғәнәһе: «Аллаһ исеме менән, Уның исеме менән ерҙә лә, күктә лә һис нәмә зарар килтерә алмай. Сөнки Ул – һәр нәмәне ишетеүсе, Белеүсе».
Яман уйлы кешеләрҙән, насар күҙҙәрҙән һаҡланыу өсөн һәр көндө "Фатиха", "Аятел -көрси", "Ихлас", "Нәс", "Фәләк" сүрәләрен уҡып, үҙегеҙҙе өшкөрөгөҙ.