Аллаһтың беҙгә Хужа, Раббы булыуын һәм беҙҙең Уның ярҙамына мохтаж булыуыбыҙҙы дәлилләүсе АЛЛАҺ ИСЕМДӘРЕ:
Әл-Халиҡ – Барлыҡҡа килтереүсе, Юҡтан бар итеүсе;
Әр-Рабб – Раббы, Хужа, Идара итеүсе;
Әр-Раззаҡ – Ризыҡ-ниғмәт, йәшәү саралары биреүсе;
Әл-Мүғтый – Бүләкләүсе, Биреүсе, Йомарт;
Әл-Мүҡит – Тамаҡ ебәреүсе, Ҡараусы, Аҫраусы;
Әл-Кәрим – Йомарттарҙан-йомарт; Миһырбанлы;
Әл-Мәннән – Биреүсе, Йомарт, Мәрхәмәтле;
Әш-Шәфий – Шифа биреүсе, Йүнәлтеүсе;
Әл-Мүхйи – Терелтеүсе, Йән өрөүсе, Йәшәтеүсе;
Әл-Мүмит – Үлем ебәреүсе, Үлтереүсе;
Әл-Һәдий – Тура юлдан алып барыусы һәм башҡа гүзәл Исемдәр.Аллаһ Тәғәләнең бөтә был Исемдәре шул хаҡта һөйләй: беҙгә кәрәк булған һәр төрлө уңыш – Аллаһ ҡулдарында, беҙгә йәшәү өсөн кәрәк булған бөтә саралар (ризыҡ, һаулыҡ, ғүмер) – Аллаһ ҡулдарында. Аллаһ – Ризыҡ биреүсе, Аллаһ – Шифалаусы, Аллаһ – Тура юл күрһәтеүсе, Аллаһ – Ғүмер өҫтәүсе, Аллаһ – Үлем ебәреүсе. Бөтә был нәмәләрҙе фәҡәт Аллаһ ҡына эшләй, бүтән берәү ҙә түгел. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө көндә Аллаһ Тәғәләгә ышанмаған бәндәләрҙе йыш осратырға тура килә.
– Минең тормошҡа Аллаһтың ни ҡыҫылышы бар? - тиҙәр улар. Ә ул кешеләрҙән:
– Һин нисек бар булдың һуң? - тип һораһаң,
– Атам-әсәм тырышлығы менән, - тип яуап бирәләр.
– Ә кем һиңә ризыҡ бирә?
– Үҙем эшләп ашайым.
– Сәләмәтлегең ҡайҙан?
– Һаулығымды ла үҙем ҡайғыртам, витаминдар эсәм...
❗ Һәм бер урында ла улар Аллаһ Тәғәләгә һылтанма яһамаҫ! Ә бит ғәҙел күҙлектән ҡараһаҡ, кеше үрҙә һанап үтелгәндәрҙең береһенә лә Аллаһ ярҙамынан тыш эйә була алмаҫ ине. Ибраһим пәйғәмбәр ғәләйһиссәләм бының хаҡта үҙ халҡына шулай тигән:
✨«Ул (Аллаһ) мине бар иткән, һәм Ул мине тура юлдан алып бара, һәм Ул мине туйҙыра, эсерә, һәм, әгәр мин ауырыһам, Ул мине дауалай, Ул мине үлтерә, унан һуң терелтә»✨ (Ҡөрьән, «Шағирҙар» сүрәһе, 26:78-81).
Әлбиттә, ашарға ризыҡ булһын тиһәң, һаулыҡ-сәләмәтлек ныҡ булһын тиһәң, тура юлдан аҙашмай барам тиһәң, быларҙың барыһы өсөн дә кешенең үҙенә тырышлыҡ һалырға кәрәк. Әммә, ахыр сиктә, һөҙөмтә барыбер беҙҙең тырышлыҡтан ғына тормай. Мәҫәлән, ризыҡтың күплеге-әҙлеге кешенең үҙенән генә торған булһа, донъяла ярлы кешеләр булыр инеме? Ә бит бер кемдең дә ярлы булғыһы килмәй. Ни өсөн уйламағандан байып киткән кешеләр була һәм, шул уҡ ваҡытта, оҙаҡ ваҡыт буйы тырышып та байый алмағандар ҙа бар? Ни өсөн берәүҙәр ауырыйҙар, ә икенселәр һау-сәләмәт? Ни өсөн табиптар берәүҙәргә ярҙам итә ала, ә икенселәргә – юҡ? Атай-әсәй тырышлығы менән бар булдым, тиһеңме? Ә ни өсөн ҡайһы бер ғаиләләр бала табырға теләйҙәр, тырышалар, хатта ки табиптар ҙа уларға ярҙам итә, әммә уларҙың барыбер балалары тыумай? Ә бит былар – бөтә нәмә лә Аллаһ Тәғәләнән икәненә ныҡлы дәлилдәр. Йөрәктәре асыҡ булғандар өсөн илаһи билдәләр был, Аллаһу әкбәр!
Бер ваҡыт мин бер табипҡа индем. Уның кабинетында латинса бер фраза эленеп тора ине, яҙыуҙың мәғәнәһе: «Табип тырыша – тәбиғәт йүнәлтә». Хатта табиптар үҙҙәре лә бөтә нәмәнең дә уларҙан ғына тормауын таный! Ысынлап та шулай була бит: ҡай саҡ табип сирлене йүнәлтеү, уның ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бар көсөн һала, әммә килеп сыҡмай... Сөнки кешенең ғүмер оҙонлоғо, һау-сәләмәт булыуы табиптарҙың тырышлығынан ғына тормай шул. Әммә Аллаһҡа ышанмаған кеше, әлбиттә, был осраҡта Аллаһ Тәғәләгә түгел, ә ниндәйҙер абстракт тәбиғәткә һылтанасаҡ. (Ниндәй булһа ла һылтау табырға, әммә Аллаһты ғына танымаҫҡа!)
Ризыҡ менән карьераға ҡағылышлы шулай уҡ – һәм кафырҙар был юлы яҙмышҡа һылтанырға ярата. Уларҙың берәй нәмәһе килеп сыҡманымы: «Яҙмыш шулай ҡушҡан», «Яҙмыш мине һынай», - ти улар. Ә уңышҡа юлыҡһалар: «Яҙмыш беҙгә йылмая!», «Бәхетле осраҡ мине ҡотҡарҙы», - тиҙәр. Ә яҙмыш кемгә буйһона һуң? Яҙмыш үҙенән-үҙе кем менән нимә теләй, шуны эшләйме ни? Нисек теләй, шулай ҡыланамы? Әлбиттә, юҡ. Кафырҙар үҙҙәре яҙмышҡа һылтаналар, әммә ул яҙмыштың ҡайҙан, нисек килеп сыҡҡаны тураһында уйлап та бирмәйҙәр. Сөнки ул турала уйланһаң, Аллаһтың барлығын, Уның беҙҙең тормошобоҙға һәр ваҡыт йоғонто яһап тороуын танырға тура киләсәк бит! Әммә, кем генә нимә тип кенә һылтанмаһын, бөтә нәмә лә беҙҙән генә тормай – быны тормош күргән һәр кеше танырға мәжбүр!
Бөтә нәмә лә үҙебеҙҙән тора, ризыҡ та – үҙебеҙҙән, тип иҫәпләгән кешеләргә Аллаһ Тәғәлә былай тип әйтергә бойорған:
✨«Әйт: «Күрәһегеҙме һеҙ, әгәр һеҙҙең һыуығыҙ ергә тәрәнгә китһә, һеҙгә шишмә һыуы менән кем килер?»✨ (Ҡөрьән, «Хакимиәт» сүрәһе, 67:30).
«Беҙ орлоҡ сәсәбеҙ, ризығыбыҙ фәҡәт шунан», - тиһегеҙме? Улайһа яуап бирегеҙ: әгәр ҙә ҡоролоҡ килһә, сәскән орлоҡтарығыҙҙы кем үҫтерер? Хатта цивилизациялы халыҡтарҙың да ҡоролоҡтан һаҡлана алмауын күрәбеҙ. Ә әгәр үҫемлектәргә саранча ябырылһа? Бөтә нәмәне ашап бөтмәҫ борон уларҙы кем туҡтатыр? «Мин көнө-төнө таксила эшләйем, шуға минең ризығым бар, бында Аллаһтың ни ҡыҫылышы булһын?» - тип эре һөйләшәһең. Ә заказдар булыуы, машинаңда төкөлмәй-бәрелмәй имен-аман ҡайтып етеүең һәм башҡа ниғмәттәр кемдән?..
✅1) Бер кеше баҙарға сауҙа өсөн бик иртә сыға, ә икенсеһе сәғәт унда ғына сауҙаһына тотона. Икеһе лә бер үк нәмә һата. Әммә иртә килгәненә һис ни юҡ, ә сәғәт унда килгәне шул көндө бик күп килем эшләп ҡайта. Был нимәнән? Аллаһ Тәғәлә уға шулай яҙған булған, тимәк.
✅2) Ике балыҡсы йәнәшә ултырып балыҡ тоталар. Икеһенең дә ҡармаҡтары бер тигеҙ, бер ниндәй артыҡлығы ла, кәмселеге лә юҡ, бер үк төрлө ем менән ҡармаҡлайҙар. Ләкин береһенә балыҡ бик күп эләгә, ә икенсеһенә бер-икәү генә эләгә йәки берәү ҙә эләкмәй. Ни өсөн һуң балыҡтар беренсе балыҡсының ҡармағына эләгә? Кем йүнәлдерә һуң уға балыҡтарҙы? Был да – Аллаһ тәҡдире.
🔴 Әммә был һүҙҙәр «Улай булғас, ниңә тир түгеп эшләргә, ниңә дауаланырға? Бөтә нәмә лә Аллаһ ҡулында бит?» - тип өйҙә тик ултырыуға саҡырыу түгел, юҡ! Беҙ көсөбөҙҙән килгәнсе эшләргә, тырышырға бурыслыбыҙ. Беҙҙең эштәребеҙ, тырышлыҡтарыбыҙ – уңышҡа өлгәшеү өсөн сәбәп, ә һөҙөмтә, уңыш – Аллаһтан. Миҫал өсөн бикле һандыҡты күҙ алдына килтерегеҙ. Ә беҙҙең ризығыбыҙ уның эсендә ята, ти. Асҡыс табып йә емереп ошо һандыҡты асыу – беҙҙең тырышлыҡтан. Әммә уны нисек кенә асһаҡ та (хәләл юл менәнме, хараммы), был һандыҡтағы ризыҡ кәмемәҫ тә, артмаҫ та. Һандыҡты асыу миҫалы – ул, тимәк, тир түгеп, намыҫлы рәүештә эшләү, сиргә юлыҡҡанһың икән – дауаланыу һәм башҡаһы. Бөтә нәмәнең дә Аллаһтан икәнен ысын күңелдән аңлаһа, кеше бер ваҡытта ла ризыҡ, торлаҡ, шифа һәм башҡа ниғмәттәр өсөн үҙен кәмһетмәйәсәк, ризыҡ өсөн енәйәт юлына баҫмаясаҡ, тамаҡһыҙ ҡалып ҡуймайым тип алдашыуға бармаясаҡ, һоранып-теләнселәнеп йөрөмәйәсәк. Сөнки ул белә: Аллаһ уға яҙған ризыҡ бер нисек тә уны урап үтмәҫ, бары тик сәбәп кенә эшләр кәрәк. Ә харамлашыу һәм гонаһ эштәр эшләү иһә уға яҙған ризыҡты барыбер бер нисек тә арттыра ла, кәметә лә алмай.
Хәләл юл менән эҙләһә лә, ул тап шундай уҡ кимәлдәге ризығына өлгәшер ине. Эйе, хәләл юл менән табаһыңмы ризыҡты, харам юл менәнме, бынан кеҫәләге аҡса кәмемәй. Әммә, әгәр ҙә намыҫлы юл менән ризыҡ эҙләһәң, Аллаһ һинән риза буласаҡ, әгәр ҙә инде сиктән уҙһаң – был Аллаһты асыуландырасаҡ...
Кемдең һаулығы, матурлығы, байлығы, балалары һәм башҡаһы бар икән, уға бүтән кешеләр алдында танау сөйөргә тимәгән. Бөтә нәмә лә Аллаһтан бит. Биргән ниғмәттәре өсөн Уға шөкөр ҡылырға кәрәк — ә үҙеңдең дәрәжәң менән тәкәбберләнергә, Аллаһ рәхмәтен инҡар итергә түгел. Байлыҡ та, сәләмәтлек тә – һынау, балалар ҙа – һынау, был турала Ҡөрьәндә ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрөлә. Шулай булғас, үҙ ҡылыҡтарыбыҙға ҡарата иғтибарлы була беләйек: ҡайһы ваҡыт, артыҡ маһайып китеп, үҙебеҙҙе ҡашҡа тәкә кеүек тоя башламайбыҙмы икән?
Тырышлыҡтарыбыҙҙың һөҙөмтәһе Аллаһтан ғына тора, тибеҙ. Быны таныу Уға ғына мөрәжәғәт итергә, маҡсатҡа өлгәшеү юлында тыйылғанды эшләмәҫкә, уңыштан һуң тәкәббер булмаҫҡа ярҙам итә. Теләһә ниндәй уңышта иң мөһим роль уйнаусы беҙ түгел, ә Аллаһ Тәғәлә.
Ә бай кешеләрҙең күптәре, күреүебеҙсә, Аллаһты онота. Ливанда (авторҙың тыуған илендә – ред.) бер бик бай кеше йәшәгән, тиҙәр. Бер ваҡыт ул күккә тәкәбберлек менән ҡараған да, Аллаһҡа: «Эй! Бына мин баймын, әгәр ҙә Һин мине ярлы итә алаһың икән, ярлы итеп ҡара әйҙә!» - тип өндәшкән. Бынан һуң уға бәлә артынан бәлә килгән: улын урлайҙар, үҙе ауырып китә, эштәре аҫҡа тәгәрәй... Хатта шуға тиклем барып еткән – икмәклек тә аҡсаһы ҡалмаған! Уны яҡшы белгән дуҫым һөйләүенсә, ул кеше балыҡ ҡармаҡларға ла йөрөп ҡарай, әммә уның эргәһендә генә ултырған балыҡсыларға балыҡ эләгә, ә уға бер нимә лә эләкмәй. СобханаЛлаһ!...
Камал әл-Зант,
"Ваҡыт!"







