

Зәҡәт-уль фитрҙы башҡа ҡалаға ебәрергә яраймы?
Зәҡәт-уль фитрҙы икенсе ҡалаға бик кәрәк саҡта ғына ебәреү дөрөҫөрәк. Әгәр һеҙ йәшәгән ерҙә ярлылар, мохтаждар юҡ икән йәки икенсе ҡалала мохтаждар күберәк икән, шул осраҡта ғына ебәрергә мөмкин.
Мосолман кешеһе Рамаҙандың һуңғы көнөн ҡайҙа ҡаршылай, шул урында зәҡәт түләргә тейеш.
Быны беҙгә күп ғалимдар ҡушҡан.
Имам Маликтан: "Африканың бер илендә йәшәгән, әммә байрамды Египетта ҡаршылаған кеше зәҡәт-уль фитрҙы ҡайҙа түләргә тейеш?- тип һорағандар. Имам Малик яуап биргән :
" Фытырҙы ул үҙе булған ерҙә түләргә тейеш. Әммә уның ғаиләһе ( уның тыуған яғында йәшәгән) уның өсөн Фытыр түләһә, был уның өсөн зәҡәт түләнгән тип һаналасаҡ.
"аль Мудаууана"(1/337)
Имам ибн Къудама әйткән:
" Зәҡәт-уль фитрға килгәндә, был урында йәшәйме ул, йәшәмәйме, уға ҡарамаҫтан ҡайһы ерҙә, ҡалала Рамаҙан айының аҙағын ҡаршылай, шул ерҙә түләргэ кәрәк."
"Әл Муғни" (2/590)
Шейх Ибн Баз әйткән :
"Үҙ ерегеҙҙәге ярлыларға зәҡәт-уль фитрҙы биреү һәм башҡа ерҙәргә ебәрмәү сөннәт булып тора".
"Маджму фәтүә уа мәкъәләт"
Шейх Ибн Усейминдан һорағандар:
"Зәҡәт-уль фитрҙы икенсе ҡалаға ебәрергә яраймы?" Ул яуап биргән:
" Әгәр фытыр ебәрергә теләүсенең йәшәгән ерендә мохтаж мосолмандар юҡ икән, бында һорау юҡ. Әммә әгәр бында кәрәклек юҡ икән һәм уның ҡалаһында мохтаждар бар икән, тимәк уға башҡа ҡалаға ебәрергә ярамай. Быға башҡа ҡайһы бер ғалимдар ҙа күрһәткән.
Фәтүә Ибн Усеймин. (18/318)