

Был һорауға бөтә ғалимдарҙың фекере: был аҙыҡ-түлек булырға тейеш. Фытыр саҙаҡаһын аҡса менән дә, ярлыларға кейем-һалым менән дә, йорт йыһаздары менән дә түләргә ярамай. Быларҙы һеҙ башҡа көндә ябай саҙаҡа итеп бирә алаһығыҙ.
Шулай уҡ бар хәҙистәрҙә лә ярлылар байрамды аҙыҡ менән үткәрһен өсөн фытыр саҙаҡаһын байрам намаҙына тиклем биреп ҡуйырға ҡушыла. Мохтаждар был көндө аҙыҡ тураһында борсолмаһын өсөн был.
Аҡса менән бер осраҡта ғына бирергә мөмкин: ул да булһа, берәй ойошма аҡса йыйып, ул аҡсаға мотлаҡ аҙыҡ-түлек алып мохтаждарға таратһа ғына.
Аҡса менән бирергә ярай тигән бер дөрөҫ булған хәҙис тә юҡ, ә Ислам динендә минеңсә шулай яҡшыраҡ тигән фекер - яңылыш фекер. Әгәр һеҙ ярлыға аҡса бирәйем дә, үҙе алыр тип уйлаһағыҙ, был хата була, сөнки фытыр саҙаҡаһы тик аҙыҡ-түлек менән генә түләнергә тейеш. Ә дингә яңылыҡ индереү оло гонаһ. Сәхих Мөслим йыйынтығының 3-сө томында пәйғәмбәребеҙ (салаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) әйткән: "Әгәр берәйһе дингә яңылыҡ индерһә, ул кире ҡағылырға тейеш".
Башҡа саҙаҡаларҙан айырмалы рәүештә, фытыр саҙаҡаһы мотлаҡ аҙыҡ-түлек менән түләнә. Ярма менән түләү өҫтөнөрәк. Был дөгө, тары, арпа, ҡарабойҙай булыуы мөмкин. Йөҙөм, финик, эремсек булһа ла ярай.
Һеҙ йәшәгән яҡта ниндәй аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирәләр, ниндәй аҙыҡ киң таралған - иң ҡулайы шуны биреү.
Күпселек ғалимдар бер тауыштан фытыр саҙаҡаһын аҙыҡ менән түләргә ҡуша.
Сәхих әл-Бухари йыйынтығының 2 -се томы "Зәҡәт" китабы 1510 -сы хәҙисендә Абу Са'ид аль-Худри (Аллаһ унан риза булһын) әйтеп ҡалдырған: " Мөхәммәт пәйғәмбәр (салаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) йәшәгән осорҙа беҙ ярлыларға 1 са' үҙебеҙ ашаған аҙыҡ өләштек. Беҙ арпа, йөҙөм, киптерелгән эремсек һәм финик менән туҡлана инек".
Тағы ла Сахих ибн Хузайма йыйынтығында 2417 хәҙистә Ибн Ғәббәс (Аллаһ унан риза булһын) еткергән: "Фытыр саҙаҡаһы Рамаҙан айында 1 са' менән түләнә. Әгәр берәйһе тары менән бирһә - ул ҡабул ителергә тейеш, әгәр берәйһе финик менән бирһә-ул ҡабул ителергә тейеш, әгәр берәйһе йөҙөм менән бирһә-ул да шулай уҡ ҡабул ителергә тейеш".
1 са' - 4 ҡуш ус. Яҡынса 3,300 г.