Даирә
+30 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
18 Апрель 2023, 09:40

ЗӘҠӘТ-УЛЬ ФИТР. (ФЫТЫР САҘАҠАҺЫ).

Әле әсә ҡарынында ятҡан сабый өсөн Фытыр саҙаҡаһы мотлаҡмы?

ЗӘҠӘТ-УЛЬ ФИТР. (ФЫТЫР САҘАҠАҺЫ).ЗӘҠӘТ-УЛЬ ФИТР. (ФЫТЫР САҘАҠАҺЫ).
ЗӘҠӘТ-УЛЬ ФИТР. (ФЫТЫР САҘАҠАҺЫ).
Зәҡәт-уль фитр - ярлыларға Ураҙа байрамы етеүенә тиклем түләнә торған саҙаҡа. Ирме ул, ҡатынмы, йәшме, оломо, иреклеме, ҡолмо - был бар мосолмандар өсөн был фарыз.

Сәхих әл-Бухари йыйынтығының 2-се томы "Зәҡәт" китабы 1503 -сө хәҙисендә Ибн Ғүмәр (Аллаһ унан риза булһын) еткергән: Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (салаллаһу ғаләйһи үә сәлләм) фытыр саҙаҡаһын һәр мосолманға 1 са' финик йә 1 са' арпа дәүмәлендә мосолман булған ҡолға йә ирекле кешегә, иргә йә ҡатынға, кесеһенә йә олоһона байрам намаҙына тиклем түләп ҡуйырға бойорған.

Был хәҙис беҙгә Зәҡәт-уль фитр һәр мосолмандың мотлаҡ эшләнә торған фарыз ғәмәле икәнен аңлата.
Әгәр сабый ураҙаның аҙаҡҡы көнөндә ҡояш байығандан һуң тыуһа, уның өсөн саҙаҡа түләнмәй.

Әле әсә ҡарынында ятҡан сабый өсөн Фытыр саҙаҡаһы мотлаҡ түгел. Әммә ата-әсәһе уның өсөн түләп ирекле ғибәҙәт ҡылырға теләһә, бында яңылышлыҡ юҡ.
Был ғәмәлде, мәҫәлән, иманлылар юлбашсыһы Усман (Аллаһ унан риза булһын) эшләгән.

Ғаилә башлығы - ҡулы аҫтындағы бар ғаилә ағзаһы өсөн түләргә тейеш. Әммә, әгәр һәр ғаилә ағзаһы үҙе түләй ала икән, үҙе түләүе яҡшыраҡ. Үҙе түләй алыу-алмауын нисек билдәләргә?
Зәҡәт-уль фитрҙы байрам көнө бер тәүлеккә етерлек мохтажлығын ҡапларҙай мөлкәте бар икән, тимәк ул кеше үҙе түләй ала. Әгәр булған аҙығы бер са' дәүмәленә етмәй икән, булғанынан түләү яҡшыраҡ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһи үә сәлләм әйткән: " Әгәр мин һеҙгә берәй эш бойорһам, бының башҡара алырлығын башҡарығыҙ." (Бухари, Мөслим.)
Автор:
Читайте нас