

Рамаҙандың һуңғы 10 төнөнөң барыһын да ғибәҙәттә үткәреү иң яҡшыһы! Сөнки Ҡәҙер төнөнөң теүәл датаһы хатта Пәйғәмбәребеҙ салаЛлаһу ғәләйһи үә ссәләмдән дә йәшерен булған.
Иң яҡшы ғибәҙәт - намаҙ. Төнгө намаҙ һәм уның ике рәҡәғәт сөннәтенән һуң бер аҙ ял иткәс, яйлап намаҙҙарға тороғоҙ һәм икешәр рәҡәғәтләп күпме уҡый алаһығыҙ, шунса уҡығыҙ.
Намаҙ арытып китһә, ултырып Ҡөрьән уҡып алыу бик яҡшы ғибәҙәт.
Ҡөръән уҡып алғас зекерҙәргә күсеп, уларҙы әйткән саҡта бер аҙ ял алып, тағы ла намаҙға баҫабыҙ.
Ҡөръәндең тәржемәһен, тәфсирен уҡып алыу ҙа ғибәҙәт. Ютубтан Ҡөръән уҡыусыны ҡуйып, (мәҫәлән, Айман Сувейд, Хусари) уны бер аҙ тыңлап алыу ҙа ғибәҙәт.
Шулай сиратлап, иртәнге намаҙға тиклем бер секундыбыҙҙы ла әрәм итмәй үткәрергә тырышабыҙ.
Ултырыу ауыр булһа ятып Аллаһты иҫкә алабыҙ, түҙмәҫлек йоҡо килһә, бер аҙ йоҡлап алабыҙ. Әммә был төндәрҙе тулыһынса йоҡола үткәреү-ҙур юғалтыу.