Даирә
+24 °С
Ямғыр

Рамаҙанға әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр

Тиҙҙән барыбыҙ ҙа көтөп алған Рамаҙан айы башланасаҡ. Шуға нисегерәк әҙерләнә башларға икән, тигән уй мине күптән борсой.

Рамаҙанға әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәрРамаҙанға әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр
Рамаҙанға әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр

Рамаҙанға әҙерләнеү өсөн мөһим кәңәштәр

Рамаҙан айы – бөйөк ай. Был айҙа Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә бар гонаһтарҙы ла ярлыҡай, был айҙа Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә кешеләрҙе уттан ҡотҡара, үҙенең мәрхәмәтен бирә. Беҙҙең сәхәбәләр Рамаҙанға ярты йыл алдан әҙерләнә башлаған, ә хәҙер кешеләр ураҙаға шул тиклем вайымһыҙ ҡарай, Аллаһ Тәғәләнең күпме мәрхәмәтен ҡулдан ысҡындыра улар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм беҙҙе иҫкәртте: “Бар шундай кешеләр: улар үҙҙәренең ураҙаһынан аслыҡ һәм сарсауҙан башҡа нимә алмаясаҡ. Бар шундай кешеләр: улар үҙҙәренең төнгө намаҙҙарынан йоҡо юғалтыуҙан башҡаны алмаясаҡтар”.
Рамаҙан ул:
- аҙыҡ һәм һыуҙан ғына баш тартыу айы түгел;
- йөрәктәрҙе, күңелде таҙартыу айы;
- иманды нығытыу айы.
Был айҙа беҙ үҙебеҙҙе һәм тормошобоҙҙо үҙгәртеп, Аллаһҡа яҡынаябыҙ.
Күптәр был мөмкинселекте ҡулдан ысҡындыра. Вайымһыҙ ураҙа тота. Ҡөрьән уҡыу, күберәк сөннәт намаҙҙар уҡыу урынына ураҙаны арытмайым тип көнө буйы йоҡлай һәм төнө буйы сериалдар ҡарай, йырҙар тыңлай. Бындай ураҙанан аслыҡ һәм сарсауҙан башҡа бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
Бына Рамаҙан етһә, мин үҙгәрәм. Намаҙымды яҡшыраҡ уҡый башлармын, ғибәҙәттәремде күбәйтермен һәм башҡалар. Ә дөрөҫлөктә режимдан башҡа бер нимә лә үҙгәрмәй.
Әгәр һеҙ Рамаҙанға уның 1-се көнөндә әҙерләнә башлағанһығыҙ икән, тимәк һеҙ һуңлағанһығыҙ. Беҙҙе алда бик мөһим, бик үҙенсәлекле ай көтә. Уға алдан әҙерләнеп, яуаплы киләйек.
Әммә хәҙерге күпселек мосолмандар кеүек магазиндарҙан аҙыҡ бушатып, һыуытҡыстарға тултырып йәки төнгөлөккә ҡарарға сериалдар әҙерләп түгел.
1. Ул, әлбиттә, рухи тәрбиә.

Йәнебеҙҙе Рамаҙанға әҙерләйек, дин ҡәрҙәштәрем.
Әле һаман тәүбә ҡылынмаған гонаһтарыбыҙға тәүбә ҡылайыҡ. Әгәр һеҙ рәнйеткән кешеләр бар икән, ғәфү үтенегеҙ, һеҙҙе рәнйеткәндәрҙе ғәфү итегеҙ. Ҡөръән уҡырға, уны өйрәнергә ваҡыт бүлегеҙ.
2. Етешһеҙлектәрегеҙҙән хәҙерҙән дауаланырға.

Яуызлыҡ, ғәйбәт, кешегә яла яғыу, ялған һөйләү - былар етешһеҙлектәрҙең бик әҙ генә өлөшө, уларҙан йөрәктәрегеҙҙе таҙартығыҙ һәм ул һеҙҙең иманығыҙҙы мөғжизәле рәүештә үҙгәртәсәк. Ошо яман һүҙ, алдашыу, яуызлыҡтар һеҙҙең ҡайһы бер көндәрҙә ураҙағыҙ ҡабул булмаҫҡа сәбәпсе булырға мөмкин. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис сәләм әйтте: “Алдашыуҙы, боҙоҡлоҡто, ялған һүҙ биреүҙәрҙе ҡалдырмаған кешенең ашауҙан һәм һыуҙан тыйылыуында Аллаһ мохтаж түгел”.

  1. Аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ.

Был айҙа саҙаҡа итеп өләшеү өсөн аҡсаны алдан әҙерләгеҙ. Әгәр ирекле аҡсағыҙ юҡ икән, ниндәйҙер көндәлек сығымдарҙы әҙәйтеп, көн һайын бының өсөн аҡса йыйып барып була. Ни өсөн? Сөнки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис сәләм үҙе йыл әйләнәһенә бик йомарт булған, ә Рамаҙан айында ул тағы ла күберәк саҙаҡа өләшкән. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, был изге айҙа һәр изге эш ун һәм унан күберәк тапҡырға күбәйтеп яҙыла. Был һеҙҙе саҙаҡаны күп итеп өләшергә сәбәпсе булһын.
4. Өйөгөҙҙө әҙерләгеҙ.
Ғәҙәттә беҙҙең Рамаҙан нисек үтә? Ул өй таҙалау, буяу, йышыу. Был эштәрҙе Рамаҙанға тиклем башҡарып ҡуйырға тырышығыҙ. Рамаҙан күп ғибәҙәт ҡылыу айы. Йыуылмаған диуар, түбә, пәрҙәләрҙе таҙартып, өйҙө әҙерләп ҡуйыу бик мөһим, сөнки өйҙәге саң, бола барыһы ла беҙҙең ғибәҙәткә ҡамасаулай.
5. Мин һеҙгә яҡынса меню әҙерләргә тәҡдим итер инем.

Был ниндәйҙер ҡаты ҡағиҙәләр түгел, ә ғаиләгеҙ яратҡан, тиҙ әҙерләнгән, күп булышып, ҡарап торорға кәрәк булмаған аҙыҡтар. Мәҫәлән, мейескә оҙаттың һәм бешеп сыҡты.
6. Аҙаҡҡы һәм мөһим ҡағиҙә.
Көсһөҙ тән ураҙа тотоуға ҡамасаулай. Тәнде ураҙа менән күнектереү, сыныҡтырыу мөһим. Бының өсөн беҙҙең сөннәт ураҙалар бар: дүшәмбе һәм кесе йома һәм айҙың уртаһында. Ғәйшә радыАллаһу анһу һөйләүҙәренән: “Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаллаһу ғәләйһис сәләм Шәғбән айынан башҡа бер айҙа ла ул тиклем күп ураҙа тотманы, ҡайһы ваҡыт ул Шәғбән айының әҙ генә өлөшөнән башҡаһын ураҙала үткәрә ине”.
БОХАРИ, МӨСЛИМ ЙЫЙЫНТЫҠТАРЫНАН.

Автор:
Читайте нас