

1. Ғөсөл ҡойон.
2. Сивак ҡуллан.
3. Хуш еҫтәр менән сафлан - был пункт тик ирҙәргә генә ҡағыла. Ирҙәргә мәсеткә барғанда миск менән ҡулланып, сафланып намаҙға баҫыу сөннәт. Ә бына ҡатын-ҡыҙҙарға тышҡа хуш еҫтәр ҡулланып сығыу бөтөнләй тыйылған. Был беҙҙең өйҙә, үҙ ирҙәребеҙ өсөн генә эшләнгән ғәмәл.
4. Иң яҡшы кейемеңде кей.
5. Мәсеткә иртәрәк кил.
6. Мәсеттә әҙәп һаҡла.
7. Хөтбә тыңла.
8. Күберәк намаҙ уҡы.
9. Пәйғәмбәребеҙгә (салаллаһу ғәләйһиссәләм)күп тапҡыр салауат әйт.
10. Әл-Кәһф сүрәһен уҡы.
11. Күп доға ҡыл, йома көнөндә бер мәлдә бар изге доғалар ҡабул була.
Был пункттарҙан ҡатын-ҡыҙҙарға ғөсөл ҡойоноп, Кәһф сүрәһен уҡып, күп тапҡыр доғалар ҡылыу етәлер. Аллаһу Алим. Тағы ла бик мөһим иҫкәрмә: беҙ йома көнө менән бер-беребеҙҙе ҡотламайбыҙ. Йома мөбәрәк тип әйтмәйбеҙ, сөнки Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙҙән ( с.ғ.с) килгән бының турала бер хәҙис тә юҡ.