Даирә
+24 °С
Ямғыр

СӨННӘТ ҒӘМӘЛДӘР.

Әгәр ҙә һеҙ фарыз ғәмәлдәрегеҙҙә нығынғанһығыҙ икән, яйлап сөннәттәр ҙә өҫтәй башлағыҙ.Мәҫәлән...

СӨННӘТ ҒӘМӘЛДӘР.СӨННӘТ ҒӘМӘЛДӘР.
СӨННӘТ ҒӘМӘЛДӘР.
СӨННӘТ ҒӘМӘЛДӘР.

Әгәр ҙә һеҙ фарыз ғәмәлдәрегеҙҙә нығынғанһығыҙ икән, яйлап сөннәттәр ҙә өҫтәй башлағыҙ.
Мәҫәлән, 5 фарыз намаҙ уҡыйһығыҙ икән, яйлап сөннәт намаҙҙар өҫтәргә мөмкин.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм: "Иртәнге намаҙ алдынан уҡылған ике рәҡәғәт сөннәт намаҙ был донъянан һәм был донъяла булған бөтә нәмәнән дә яҡшыраҡ" - тигән.

Беҙҙең тәҡүәле сәхәбәләребеҙ әйтеүенсә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм ике эш араһынан еңелерәген һайлаған. Һәм беҙгә бик күп еңел, көнөнә күп тапҡырҙар башҡарып һауап алырлыҡ ғәмәлдәр килеп еткән.

1. Ашар алдынан "БисмиЛләһ" ( "Аллаһ исеме менән"), ашап бөткәс "ӘлхәмдүлиЛләһ" ("Аллаһҡа маҡтау") тип әйтегеҙ.

2. Бер ваҡытта ла аҙығығыҙҙы "әрләмәгеҙ".

Әбү Хүрәйрә (Аллаһ унан риза булһын) еткереүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм аҙыҡтың етешһеҙлектәрен бер ваҡытта тикшермәгән. Аҙыҡ оҡшаһа ашаған, оҡшамаһа өндәшмәй генә ҡуйған.

3. Бер-берегеҙгә сәләм бирегеҙ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм әйткән: "Һеҙҙең арағыҙҙа яратыу тыуҙырған ғәмәлде күрһәтмәҫкәме ни?! Ул һеҙҙең йәмғиәтегеҙҙә сәләмләшеүҙе таратыу."

4. Иһәнәүҙе тыйырға тырышығыҙ.

Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм әйткән:
"Иһәнәү - шайтандан. Әгәр берәйһегеҙ иһәнәргә теләһә, уны тыйырға тырышһын, сөнки хаа тинән тауыш сығарып иһәнәгән кешенән шайтан көлә." ( Бухари)

" Әгәр берәйһегеҙ иһәнәһә, шайтан инмәһен өсөн ауыҙын һул ҡулы менән ҡаплаһын." ( Абу Дауд.)

5. Сөскөрөү әҙәптәрен һаҡлағыҙ.

Әбү Хүрәйрә (Аллаһ унан риза булһын) еткереүенсә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салалаЛлаһу ғәләйһис сәләм әйткән:

" Аллаһ сөсөкөрөүҙө ярата һәм иһәнәүҙе яратмай." Әгәр берәйһегеҙ сөсөкөрһә " ӘлхәмдүлиЛләһ" тиһен, уны ишеткән кешенең бурысы булып: "ЙәрхәмүкәЛлаһ" (Аллаһ һеҙҙе ярлыҡаһын) тип әйтеү тора, ә уға яуап: "Йәхдү күмү Ллаһу үә йүслихү бәләкүм." (Аллаһ һеҙҙе тура юлдан алып барһын һәм эштәрегеҙҙе яйлаһын."

Бына был ябай ғына ғәмәлдәр беҙҙе Аллаһ Тәғәләгә яҡынайтыр, һауаптарыбыҙҙы арттырыр ин шаа Аллаһ. Киләһе яҙмаларҙа ла сөннәттәр менән таныштырыуыбыҙҙы дауам
итербеҙ. Аллаһ беҙгә динебеҙҙе күркәм, аңлайышлы, еңел һәм теүәл итеп биргән. Бушҡа ғына Ислам - ул дин генә түгел, ул йәшәү рәүеше тип әйтелмәгән.
 
Автор:
Читайте нас