

Имам Әғзәм Әбү Хәнифәнең балалыҡ йылдары ине. Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышанмаған, бар нәмәне тәбиғәт тарафынан яратылған тип һөйләп йөрәгән һәм һәр ваҡыт ғалимдар менән бәхәсләшә торған бер динһеҙ кеше, бер заман Куфә ҡалаһына килеп сыҡҡан.
Боҙоҡ фекерҙәрен башҡаларға тағырға маташҡан был динһеҙ әҙәм, Куфа ҡалаһы ғалимдары менән дә бәхәс ойошторорға теләгән. Уның был ниәтенә көлөп кенә ҡараған мосолмандар: “Беҙҙең бер бәләкәй ғалимыбыҙ бар, әгәр ҙә бәхәстә уны еңә алһаң, һуңынан оло ғалимдар
менән бәхәсләшергә мөмкин булыр”, – тип яуап биргәндәр.
Бәхәс буласаҡ урынды һәм ваҡытты килешеп, өйҙәренә таралышҡандар.
Куфа халҡы менән осрашыу урыны шығырым тулған. Билдәләнгән ваҡыттан ярты сәғәт уҙһа ла, бәхәстә ҡатнашасаҡ ғалим килмәгән ине әле. Ваҡыт уҙған һайын, теге динһеҙ маһайып: “Минән ҡурҡты бит был”, – тип көлә икән.
Тап шул ваҡытта бәләкәй ғалим Әбү Хәнифә килеп кергән. Теге динһеҙ:
– Ни өсөн һуңға ҡалдың, бәләкәй? Әллә бик ҡурҡтыңмы? – тип
һораған.
Әбү Хәнифә:
– Юҡ, ҡурҡманым. Беҙҙең өйөбөҙ йылғаның икенсе яғында.
Йылғаның был яғына сығырға тип килгәндә күпер емерелгән ине. Күпер
аша сығып булмаясағын аңлағас, яр буйындағы ағастарға тиҙ генә һалға
әйләнеп мине был яҡҡа сығарырға ҡуштым. Улар һалға әйләнеп, мине
был яҡҡа сығарҙылар, шуның өсөн һуңланым, ғәфү итегеҙ, – тигән.
Был яуаптан теге әҙәм шарҡылдап көлә башлаған:
– Әй, аҡылһыҙ бала! Ниндәй ҙә булһа бер ағас үҙенән-үҙе һал була
аламы? – тип әйткәс, Әбү Хәнифә ҡапыл етди төҫ алып:
– Ысынлап та аҡылһыҙ икәнһең. Бер һалдың үҙенән-үҙе яһалғанына ышанмайһың, ә сикһеҙ-ҡырыйһыҙ был ғәләм нисек үҙенән- үҙе яһалған тип уйлайһың? – тигән.
Был зирәк яуап ҡаршыһында аптырап ҡалған тәбиғәтсе ғалим: Мине иғтибарһыҙ булған сағымда тоттоң, бәләкәс. Бик яҡшы. Улай булғас, һин бар тип инанған Аллаһы Тәғәләне беҙгә лә күрһәт, беҙ
ҙә инанайыҡ, – тигән. Әбү Хәнифә ҡулына бер стакан һөт алып, динһеҙ ғалимдан
һораған:
– Май һәм сыр нимәнән яһала?
– Әлбиттә һөттән.
– Улай булғас, ошо стакандағы һөттөң эсендә булған май һәм
сырҙы күрһәт, беҙ ҙә күрәйек.
Динһеҙ ғалим был яуаптан да аптырап ҡалған.
– Әлбиттә, был һөттөң эсендә май ҙа, сыр ҙа бар, әммә улар
күренмәй.
Динһеҙҙе иң нескә еренән тотҡан Әбү Хәнифә урынынан тороп:
– Ошо һөттөң эсендә май һәм сыр бар тип танып та, уларҙы
күрһәтә алмағас, “Бына Аллаһы Тәғәлә” – тип күрһәтергә нисек мөмкин
булһын! Май нисек һөттөң һәр тамсыһында булған һымаҡ, был ғәләмдә
Аллаһы Тәғәлә лә шулай, әммә ул күренмәй, – тип әйткән.
Был ышандырғыс яуаптарҙан һуң да Аллаһы Тәғәләгә ышанмаған
ғалим:
– Һуңғы һорауыма ла яуап бирһәң, һин еңдең, тип һанармын. Һин
бар тип һанаған Аллаһы Тәғәлә был заманда нимә эшләй һуң?
Бәләкәй ғалим:
– Ултырған урыныңдан төш, шунан һуң яуап бирермен, – тип әйтә.
Ул ғалим төшкән урынға барып ултырған да:
– Аллаһы Тәғәлә һин динһеҙҙе был урындан төшөрҙө, минең кеүек ҡолон юғары күтәрҙе, – тип әйткәс, динһеҙ ғалимдың башҡа һүҙе
ҡалманы. Ул меңләгән кешеләр ҡаршыһында тәүбә ҡылып, мосолман булды.