Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
25 Февраль 2023, 10:58

Көсһөҙ имандың ҡайһы бер билдәләре

Әгәр ҙә үҙебеҙҙә ошоларҙың береһен булһа ла күҙәтһәк, тимәк бының өҫтөндә эшләү мотлаҡ.

Көсһөҙ имандың ҡайһы бер билдәләреКөсһөҙ имандың ҡайһы бер билдәләре
Көсһөҙ имандың ҡайһы бер билдәләре

1. Гонаһтар ҡылыу һәм уның өсөн күңелдә ғәйеп тойғоһо тоймау.
2. Ҡаты бәғерле йөрәк һәм Ҡөръән уҡырға теләк булмау.
3. Изге ғәмәлдәр ҡылырға ялҡаулыҡ тойғоһо кисереү. Мәҫәлән, намаҙҙы ваҡытында үтәмәй, аҙаҡҡы тиклем һуҙып йөрөү.
4. Сөннәттәргә иғтибарһыҙ булыу.
5. Кәйеф үҙгәреүе, күп ваҡыт асыулы йөрөү, юҡ-барға кәйеф төшөү.
6. Ҡөръән аяттары ишеткәндә бер ниндәй ҙә тойғо кисермәү. Мәҫәлән, Аллаһ беҙҙе язаһы менән ҡурҡытып йәки ҡыуаныслы
хәбәре менән иҫкәрткәндә вайымһыҙ булыу.
7. Аллаһты иҫкә алмау.
8. Шәриғәткә ҡаршы эштәр эшләгәндә күңелдә ризаһыҙлыҡ, ҡыйынлыҡ тоймау.
9. Үҙебеҙ изгелек ҡылмай тороп, кешеләргә изгелек ҡылырға бойороу.
10. Башҡаларҙың нимәһелер килеп сыҡмағанда ҡыуаныс тойғоһо кисереү.

Әгәр ҙә үҙебеҙҙә ошоларҙың береһен булһа ла күҙәтһәк, тимәк бының өҫтөндә эшләү мотлаҡ. Ғибәҙәттәребеҙҙе арттырып, Аллаһ Тәғәләгә доғалар ҡылып, бар көсөбөҙҙө һалып тырышһаҡ, Аллаһ бит доғаларыбыҙға яуап биреүсән.

Автор:
Читайте нас