

РАМАҘАН АЙЫ - БӨЙӨК АЙ. Был айҙа Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә бар гонаһтарҙы ла ярлыҡай, был айҙа Аллаһ Сүбхәнә үә Тәғәлә кешеләрҙе уттан ҡотҡара, үҙенең мәрхәмәтен бирә. Беҙҙең сәхәбәләр Рамаҙанға ярты йыл алдан әҙерләнә башлаған, ә хәҙер кешеләр ураҙаға шул тиклем вайымһыҙ ҡарай, Аллаһ Тәғәләнең күпме мәрхәмәтен ҡулдан ысҡындыра улар.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салаЛлаһу ғәләйһис сәләм беҙҙе иҫкәртте:
"Бар шундай кешеләр: улар үҙҙәренең ураҙаһынан аслыҡ һәм сарсауҙан башҡа нимә алмаясаҡ. Бар шундай кешеләр: улар үҙҙәренең төнгө намаҙҙарынан йоҡо юғалтыуҙан башҡаны алмаясаҡтар".
РАМАҘАН:
➖ул аҙыҡ һәм һыуҙан ғына баш тартыу айы түгел!
➖ул йөрәктәрҙе, күңелде таҙартыу айы;
➖иманды нығытыу айы.
Был айҙа беҙ үҙебеҙҙе һәм тормошобоҙҙо үҙгәртеп, Аллаһҡа яҡынаябыҙ.
Күптәр был мөмкинселекте ҡулдан ысҡындыра. Вайымһыҙ ураҙа тота. Ҡөръән уҡыу, күберәк сөннәт намаҙҙар уҡыу урынына ураҙаны арытмайым тип көнө буйы йоҡлай һәм төнө буйы сериалдар ҡарай, йырҙар тыңлай. Бындай ураҙанан аслыҡ һәм сарсауҙан башҡа бер ниндәй ҙә файҙа юҡ.
Бына Рамаҙан етһә, мин үҙгәрәм. Намаҙымды яҡшыраҡ уҡый башлармын, ғибәҙәттәремде күбәйтермен..Һ.б.. Ә дөрөҫлөктә режимдан башҡа бер нимә лә үҙгәрмәй.
Әгәр һеҙ Рамаҙанға уның 1-се көнөндә әҙерләнә башлағанһығыҙ икән, тимәк һеҙ һуңлағанһығыҙ. Беҙҙе алда бик мөһим, бик үҙенсәлекле ай көтә. Уға алдан әҙерләнеп, яуаплы киләйек.
Әммә хәҙерге күпселек мосолмандар кеүек магазиндарҙан аҙыҡ бушатып, һыуытҡыстарға тултырып йәки төнгөлөккә ҡарарға сериалдар әҙерләп түгел.
Дауамы бар.