Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
14 Февраль 2023, 08:21

Сауапҡа ирешеүселәрҙән булырһың...

Ҡайһы саҡта мәсеттә ошондай күренешкә лә тап булырға тура килә: йома намаҙына һуңлабыраҡ килеп ингән йәш, көслө мосолмандар этешеп-төртөшөп алға үтәләр.

Сауапҡа ирешеүселәрҙән булырһың...Сауапҡа ирешеүселәрҙән булырһың...
Сауапҡа ирешеүселәрҙән булырһың...

Ҡайһы саҡта мәсеттә ошондай күренешкә лә тап булырға тура килә: йома намаҙына һуңлабыраҡ килеп ингән йәш, көслө мосолмандар этешеп-төртөшөп алға үтәләр. Үҙҙәренсә: "Иң сауаплыһы - намаҙҙа имам артынан алғы сафҡа баҫыу",- тигән хәҙискә таяналар. Әммә, икенсе яғы ла бар бит әле: "Ҡиәммәт көнөндә ҡыйырһытылған һәр кем үҙенең хаҡын таптырып аласаҡ". Тимәк, кемдеңдер урынына хаҡһыҙ барып баҫҡанһың икән, әжерен барыбер шул кешегә күсерәсәкһең һәм әҙәпһеҙлегең өсөн тағы өҫтөңә гөнаһ та аласаҡһың.
Ә бына мәсеткә иртәрәк килеп башҡалар намаҙ уҡый торған ерҙе таҙартып ҡуйһаң, һис шикһеҙ, сауапҡа ирешеүселәрҙән булырһың.

Морат ЛОҠМАНОВ.

Автор:
Читайте нас