Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
14 Февраль 2023, 07:24

Ни өсөн беҙ намаҙ уҡырға тейешбеҙ?

Бына шундай кешеләрҙе осратырға була, улар мин намаҙ уҡымаһам да башҡа күп яҡшы эштәр эшләйем, - ти.

Ни өсөн беҙ намаҙ уҡырға тейешбеҙ?Ни өсөн беҙ намаҙ уҡырға тейешбеҙ?
Ни өсөн беҙ намаҙ уҡырға тейешбеҙ?

Ни өсөн беҙ намаҙ уҡырға тейешбеҙ?

⃣ бүлек.

Исламдың 5 нигеҙе бар. Йәғни 5 төп эше. Йәки, уны тағы ла рөҡөн тиҙәр - нигеҙ ташы.
Исламда иң беренсе торған 5 эш бар. Пәйғәмбәребеҙ салаЛлаһу ғәләйһис сәләм шулай тине: " Ислам 5 нәмә өҫтөндә ҡоролған:

1. АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘНӘН БАШҠА ИЛАҺ ЮҠ ТИП ШӘҺӘДӘТ КИЛТЕРЕҮ
2. НАМАҘ УҠЫУ
3. ЗӘКӘТ БИРЕҮ
4. РАМАҘАН АЙЫНДА УРАҘА ТОТОУ
5. АЛЛАҺ ТӘҒӘЛӘНЕҢ ЙОРТОНА ХАЖ ҠЫЛЫУ".

Исламда, әлбиттә, күп эштәр бар, ләкин ошо 5 эш иң беренсе урында тора. Уларҙы хатта рөҡөн тигәндәр - нигеҙ ташы.

Әгәр өй нигеҙенең бер яғы булмаһа, был өй ултыра аламы? Юҡ, әлбиттә. Шулай уҡ ислам дине ошо 5 нигеҙ ташында тора.

1 рөҡөн: Аллаһ Тәғәләгә дөрөҫ итеп ышаныу. Был эш күҙгә күренмәй торған булһа ла, беренсе урынға ҡуйылған. Сөнки Аллаһ Тәғәләгә ышанмай тороп, башҡа ғәмәлдәр тураһында һөйләшеүҙең мәғәнәһе юҡ.

2 рөҡөн иһә: намаҙ. Мөхәммәт пәйғәмбәр салаЛлаһу ғәләйһис сәләм намаҙ тураһында шулай тине:

" Ҡиәмәт көнө ҡолдан иң тәүҙә намаҙ тураһында һораласаҡ. Әгәр намаҙ яҡшы
хәлдә булһа, кешенең башҡа эштәре лә яҡшы хәлдә буласаҡ, ә әгәр намаҙы боҙоҡ булһа, йә булмаһа, ул кешенең башҡа эштәре лә боҙоҡ булыр".
Боҙоҡ булыр - тимәк ҡабул булмаҫ.
Бына шундай кешеләрҙе осратырға була, улар мин намаҙ уҡымаһам да башҡа күп яҡшы эштәр эшләйем, - ти. Был хәлде шуның менән сағыштырырға була: берәй кеше һыу алырға барһа, әлбиттә ул төпһөҙ биҙрә алып бармаҫ, сөнки төпһөҙ биҙрәгә күпме һыу тултырһаң да, унда һыу ятмаҫ. Шулай уҡ намаҙ, ул силәктең төбө кеүек, нимәлер тултырам тиһәң, тәүҙә һауыттың төбөн ҡайғыртыр кәрәк.

Ишморат хәҙрәт.

Дауамы бар.

Иманлы ғаилә

Автор:
Читайте нас