Даирә
+21 °С
Болотло
Иманлы булһын уйығыҙ
7 Февраль 2023, 10:06

Меңәрләгән кешенең шансы ер аҫтына китте...

Уаллаһи, бөгөн ул ерҙәрҙә булған ваҡиға беҙҙе үлем тураһында уйландырырға тейеш.

Меңәрләгән кешенең шансы ер аҫтына китте...Меңәрләгән кешенең шансы ер аҫтына китте...
Меңәрләгән кешенең шансы ер аҫтына китте...

ЕР ТЕТРӘҮЕ...ТӨРКИӘ. СҮРИӘ.


Кешеләр өйҙәрендә йоҡлай... Йә һөйләшеп ултыра....Ғаиләһе менән ваҡыт уҙғарара. Бер ниндәй ҙә шик юҡ. Һәм бына, ҡапыл үлем сәғәте етә. Был кешеләр үлемгә әҙер булғандармы? Нимә эшләп өлгөрҙөләр улар? Әхирәткә әҙерләнеп өлгөргәндәрме икән?..


Беҙ ҡайҙа ғына ултырһаҡ та, ҡайҙа ғына йәшенһәк тә, үлем беҙгә лә шулай кинәт килеп етәсәк...

Уаллаһи, бөгөн ул ерҙәрҙә булған ваҡиға беҙҙе үлем тураһында уйландырырға тейеш.
Беҙ бөгөн ни менән мәшғүлбеҙ? Яуап бирегеҙ әле.. беҙ бөгөн ни менән көн үткәрәбеҙ??

Беҙ бөгөн донъяуи мәшәҡәттәргә тулғанбыҙ. Беҙ бөгөн гонаһтарыбыҙҙа батабыҙ...
Беҙ бөгөн Әхирәттә беҙгә ярҙам итә алмаясаҡ ғәмәлдәр менән мәшғүлбеҙ...

Һәм бөгөн һәр кем үҙенең йәнен белде, ул йән ҡайҙа ынтылғанын белде.

Аллаһ менән ант итәм, әгәр һин бөгөн иртән уянғанһың икән, тимәк һинең тәүбә итергә ваҡытың бар. Үҙгәрергә мөмкинселегең бар! Шанс... Меңәрләгән кешенең шансы ер аҫтына китте...

https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_2644%2Fall 

Автор:
Читайте нас