Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
5 Февраль 2023, 21:23

Әрүахтарға доға

Әрүахтар - мәрхүм булған яҡын кешеләребеҙ беҙҙән доға көтә.

Әрүахтарға доға
Әрүахтарға доға

Әрүахтар - мәрхүм булған яҡын кешеләребеҙ беҙҙән доға көтә.
Әрүахтарға бағышлап доғаларҙы кҽсаҙна ҡояш байығас мотлаҡ уҡығыҙ
"Бисмиллаһ"ты әйтеп Коръәндән аять-сүрәләр ("Фатиха", "Аят-әл-Көрси", "Йәсин", "Мөлек", "Ихлас") уҡып бағышларға кәрәк. Һуңынан ошо доғаны ҡылабыҙ.

Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахииим.
Йа Раббым! Үҙеңдең ризалығың өсөн уҡылған ошо Коръән аяттарын уҡыуҙағы хата-кәмселектәребеҙҙе ғәфү итеп, Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ҡабул ит. Хасил булған әҗер-сауаптарың – иң элек барса ғаләмгә рәхмәт өсөн ҽбәрелгән Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт Мостафа салләллаһу ғаләйһи вә сәлләмнең һәм уның ғаиләһенең рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине. Атабыҙ Әҙәм менән анабыҙ Һауаның рух Шәрифтәренә ирештерәң ине. Шулай уҡ, атабыҙ Әҙәм ғаләйһиссәләмдән алып, Мөхәммәт ғаләйһиссәләмгә ҡәҙәр Ер йөҙөнә килеп киткән барса пәйгамбәрҙәрҙең, габидтәрҙең, заһидтәрҙең, остаздарыбыҙҙың, мөэмин-мөэминә булып үткән барса ата-әсә, әбҽй-бабаларыбыҙҙың рух Шәрифтәренә ирештерһәң ине.
Ғәзиз әсәмдең, ғәзиз атайымдың рух шәрифтәренә ирештерһәң иде. Кәҙерле ҡыҙ туғандарым һәм ир туғандарымдың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Өҫтәребеҙҙә хаҡтары булған, ғәйбәттәренә төшкән әрүахтарҙың рух шәрифтәренә ирештерһәң ине. Раббым уларҙың рухтарын шат ҡылып, гөнаһтарын ярлыҡаһаң ине.
Уларҙың урындары йәннәттә ҡыл, ҡәбер ғазаптарынан, ҡиәмәт ҡуркыныстарынан, йәһәннәм утынан һаҡла. Улар был дөньяла йәшәгәндә ҡылған изгелектәр булһа, әҗер-сауаптарын арттыр, ҡылған кәмселектәрен, хаталыҡтарын, гөнаһтарын Үҙеңдең киң рәхмәтең менән ғәфү ҡыл, иман байлығын арттырып, ахырҙағы урындарын йәннәттә ҡыл.

Раббым, Үҙеңдең рәхмәтең менән гөнаһтарыбыҙҙы ярлыҡа, дөньяла һәм әхирәттә изге маҡсаттарыбыҙға ирешергә насип ит.
Раббым, дөньяла йәшәгән ваҡытыбыҙҙа бәндәләргә мохтаж ҡылма. Тәндәребеҙгә сәләмәтлек, йәндәрҽбҽзгә тыныслыҡ бир. Калеб һәм маңлай күҙҙәребеҙҙе ас. Баштарыбыҙға зирәк зиһен, үткер фҽкер, камил аҡыл, күркәм холоҡ, тулы иман бир. Дөньяла йәшәгәндә ғәмәл-ғибәҙәт, хәйер-ихсан менән йәшәп, үлем ваҡыттарыбыҙҙа анһат үлем бир. Аманат йәндәрҽбҽҙҙҽ биргәндә, йәннәтҽңдҽ күреп, анһат ҡына тапшырырға насип ит.
Кәбергә барып кергәндә рәхмәт фәрештәләреңдҽ ҡаршылап, һорау-яуаптарыбыҙҙы ла ҽңел бирергә һәм йәннәттәреңә лә керергә насип ит.

Раббәнәә әәтинәә фиддуньяя хәсәнәтәввә фил аахыйрати хәсәнәтәввә кынәә газәәбәннәәр. Раббәнәгфирлии вәливәәлидәййә вәлилмөэминиинә йәүмә йәкуумул хисәәбе.

https://vk.com/bashkortvk?w=wall-33711741_36101

Автор:
Читайте нас: