Даирә
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
3 Февраль 2023, 12:05

Һәр яңы тыуған бала фытрат менән тыуа

Әммә аҙаҡ уларҙы ата-әсәләре...

Һәр яңы тыуған бала фытрат менән тыуа
Һәр яңы тыуған бала фытрат менән тыуа

АЛЛАҺ СӨБХӘНӘ ҮӘ ТӘҒӘЛӘ.

Белеүебеҙсә, һәр яңы тыуған бала фытрат менән тыуа. Фытрат - ул бер Аллаһҡа ышаныу тойғоһо. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт салалЛаһу ғәләһис сәләм «Һәр бала мосолманға хас булған фытрат менән тыуа. Әммә аҙаҡ уларҙы ата-әсәләре йә йәһүд, йә христиан, йә мәжүси итәләр», - тигән. Әммә беҙ мосолман була тороп үҙ Раббыбыҙҙы таныйбыҙмы икән? Иҫләйһегеҙме, бәләкәй балаға ата-әсә Хаҡ Тәғәлә хаҡында ниндәй һүҙҙәр менән янай? "Шаярма, атыу Алла бабай башыңа таяҡ менән һуға!", Әғүҙүбилләһ! Аллаһ ниндәй бабай булһын? Аллаһ тураһында улай әйтеү түгел, уйларға ла бөтөнләй хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең. Йәки "Хоҙай күреп тора, мине тыңламаған өсөн ҡоланың!" - һәм башҡалар, һәм башҡалар. Ҡыҫҡаһы, бала мейеһендә Аллаһ Тәғәлә ниндәйҙер яуыз, йәберләй торған булып тороп ҡала. Әғүҙүбилләһ... Ә ул бит шул тиклем йөрәге менән Аллаһта таяныс тапҡыһы килә.

Бөгөн Раббыбыҙҙың бар 99 исемен берләштереп, үҙ эсенә алып торған иң бөйөк исеме Аллаһ хаҡында булыр һүҙем.

Аллаһ исеме - Ҡөръәндә иң күп ҡулланылған исем. 2698(!) тапҡыр осрай. Һәм был исем менән бер кем дә был донъяла Аллаһтан башҡа үҙен атамаған. Хатта үҙен илаһ итеп ҡуйған фирғәүен ( фараон ) дә үҙен - "мин раббы",- тип атаған.
Аллаһ һүҙе - ғәрәп теленән алынған Илләһ - табыныуға лайыҡлы Илаһ тип тәржемә ителә. Һәм шуға ҡушылған Ал артикле уға ғәжәйеп мәғәнә өҫтәй - уға оҡшаш бер кем дә, бер нимә лә юҡ.

Аллаһ - ысынлап та ул беҙ бала саҡта беҙҙе таяҡ менән ҡурҡытҡан Илаһмы?.. ӘғүҙүбиЛләһ! Аллаһ быларҙан өҫтөн! Юҡ, әлбиттә. Аллаһ Үҙе тураһында беҙгә Ҡөръәндә һөйләй. Үҙен һүрәтләй: Ул Йомарт, Ул Мәрхәмәтле, Ул Яратыусан, Ул Ярҙам итеүсән... Кеше Аллаһтың исемдәрен өйрәнгән һайын уның ни тиклем Бөйөк икәненә инана, бары тик Ул ғына табыныуға лайыҡ икәнен аңлай. Аллаһ - Әр - Рәхман, Әр - Рахим. Мәрхәмәтле, Шәфҡәтле, Рәхимле. Аллаһ үҙе яратҡан ҡолдарына иң ғәжәйеп, иң ҙур, оло мәрхәмәтен бирә - ул фидәйә. Тура юл.
Ул ишетеүсән. Әммә ул беҙҙең һымаҡ ишетмәй, уның ишетеүе - камил. Ул көслө дауыл ваҡытында ҡырмыҫҡа атлап барған тауышты ишетә. Аллаһ - күреүсән. Уның күреүе - камил. Ул беҙҙең һәр күҙәнәгебеҙҙең эсен күрә, беҙҙең эсебеҙҙә нимә барын күрә, йөрәгебеҙҙе күрә. Аллаһ - беҙҙе үҙебеҙҙән яҡшыраҡ белә!

Аллаһ - берҙән - бер ысын Илаһ. Ул һауа торошо менән идара итә. Ул беҙҙең йөрәгебеҙ менән, хатта уйҙарыбыҙ менән идара итә. Ул - йөрәктәрҙе үҙгәртә. Тәрбиәбеҙҙе үҙгәртә. Ул -Тере. Ул - йоҡламай. Ул бар ғаләмде Үҙ хөкөмөндә тота. Ул - бер ваҡытта ла ял итмәй. Ул - һәр ваҡыт эштә. Ул күктәрҙә һәм ерҙә булған бар нәмә менән идара итә. Ул - беҙҙе бары тик Үҙенә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн генә яратҡан. Һәм иң бәхетле кеше - ул Аллаһҡа иман килтергән кеше.

Әгәр ҙә һеҙҙән: "Ни өсөн һин Аллаһҡа ышанаһың? Уға иман килтерәһең?"-тип һораһалар, уға яуап итеп: "Сөнки Аллаһ,
табыныуға лайыҡ булған берҙән-бер ысын Илаһ",- тип яуап бирегеҙ.

https://vk.com/club129936953?w=wall-129936953_2603%2Fall 

Автор:
Читайте нас: