Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
25 Ғинуар 2023, 14:37

“Диндең ярҙамы ҙур ул”

Кеше дингә ҡайһы ваҡытта күберәк килә? Был һорауға аныҡ ҡына яуап табып булмайҙыр, моғайын. Кемдәрҙер дингә тормошонда булған шатлыҡтар өсөн рәхмәт әйтер өсөн килһә, ҡайһы берәүҙәр ауырлыҡтар кисергәндә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итә.

“Диндең ярҙамы ҙур ул”
“Диндең ярҙамы ҙур ул”

Кеше дингә ҡайһы ваҡытта күберәк килә? Был һорауға аныҡ ҡына яуап табып булмайҙыр, моғайын. Кемдәрҙер дингә тормошонда булған шатлыҡтар өсөн рәхмәт әйтер өсөн килһә, ҡайһы берәүҙәр ауырлыҡтар кисергәндә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итә. Ниндәй сәбәптәр менән килһәң дә, иң мөһиме һәр саҡ Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булырға кәрәк.
Ҡарламанбаш ауылында йәшәүсе, үҙенең тормош юлының бик күп йылдарын уҡытыусылыҡҡа, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе һөнәренә бағышлаған Гүзәл Мөхәмәтйәрова ла урау-урау юлдарҙан дин юлына баҫҡан. Гүзәл апай был турала беҙгә лә бәйән итте:
- Донъя булғас, төрлө хәлдәр була. Оҙаҡ йылдар Хәйбулла районында ғүмер иткәндән һуң миңә үҙемдең тыуған яҡтарыма әйләнеп ҡайтырға тура килде. Бында ҡайтҡас, инәйемдең бәләкәй генә йортонда донъя көтә башланым. Аллаға шөкөр, шул ауыр саҡтарҙа туғандарым миңә ныҡлы терәк булып торҙо. Бына ошо ҡатмарлы осорҙа юлымда ауылдашым Факиһа апай осраны. Ул күптән диндә ине. Минең хәлемде ишеткәс тә: “Туғаным, һин намаҙға баҫ. Диндең ярҙамы ҙур ул”, - тине. Шул һүҙҙәрҙән һуң күп тә уйлап торманым, Өфөгә Факиһа апайға барып, унда бер ай буйы намаҙ уҡырға өйрәндем. Шулай уҡ Факиһа апай дин буйынса бик күп китаптар биреп ҡайтарҙы.
Шул йылдарҙа ҡулыма “Даирә” гәзитенең бер һаны килеп эләкте. Ул гәзиттә өс студент егет ғәрәпсә уҡырға өйрәтәбеҙ, тип иғлан яҙғандар ине. Был турала һорашырға мәсеткә барғайным, Ирек хәҙрәт: “Беҙ октябрҙә уҡыу башлайбыҙ, шул ваҡытта килерһегеҙ”, - тине. Шулай итеп ике йыл буйы Ирек хәҙрәттең дәрестәренә йөрөп, ғәрәп телен өйрәндем. Төрлө дәреслектәр һатып алып, телдең үҙенсәлектәрен үҙ аллы ла өйрәндем. Аҙаҡтан, хатта, Ирек хәҙрәттең һорауы буйынса, Ҡырмыҫҡалыла үҙем дә ҡатын-ҡыҙҙарға дәрестәр бирә башланым.
Һуңыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә Октябрьский ҡалаһындағы мәҙрәсәгә уҡырға саҡырыу күреп ҡалдым. Күптән уҡығы килә ине. “Бирәм тигән ҡолона - сығарып ҡуйған юлына” тигән шул булалыр, күрәһең. Октябрьский мәҙрәсәһе тураһында шуға тиклем белмәй ҙә инем әле. Ситтән тороп уҡыу өсөн мине унда икенсе йылға саҡырҙылар. Был мәҙрәсәлә дүрт йыл дин буйынса белем алдым. Шулай уҡ унда үҙем менән бергә ете кешене алып барҙым. Уҡыуҙың сиге юҡ, Ҡытайға барып булһа ла белем ал, тигәндәр бит. Шуның шикелле мин дә һәр саҡ белемгә ынтылдым. Өфөләге Ислам университетына ла уҡырға ингәйнем, тик төрлө сәбәптәр арҡаһында уны тамамлай алманым. Яҙмағандыр, күрәһең. Ҡөрьән уҡыу буйынса курс үтеп, сертификат алдым. Дингә килгән һәр аҙымыңа мең һауап тиҙәр бит. Ғаиләбеҙҙә дини кешеләр күп булды. Хәҙисә һәм Бербикә нәнәйемдәр, Хәкимә һәм Сәғиҙә әбейемдәр дин юлында булдылар. Инәйем – Нәзифә Ғүмәр ҡыҙы кешеләрҙе өшкөрә торғайны. Унан ҡалған һәм 100 йылдан ашыу һаҡланған дини китаптар әле һаман миндә һаҡлана, - тип таныштырҙы ул беҙҙе үҙенең дингә бәйле тарихы менән.
Әлеге көндә Гүзәл Фәйзрахман ҡыҙы ғәрәп телен өйрәнергә теләүселәрҙең һорауы буйынса Ҡарламан ауылында дәрестәр алып бара. Шулай уҡ ул кешеләрҙе төрлө доғалар менән өшкөрә, шифалы үләндәр менән дауалай. Был өлкәлә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, дипломдар алыуға ла өлгәшә. Шифалы үләндәрҙе ҡулланыу, үҙ-үҙеңде өшкөрөү буйынса белемдәрен яҡташтары менән дә бүлешә Гүзәл апай.
- Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Айҙар хәҙрәт Ҡолғонин менән Зөлфәр Хөсәйенов туғаныма оло рәхмәтлемен. Айҙар хәҙрәт үҙе лә Октябрьский мәҙрәсәһендә белем алды. Дәрестәрҙе бергәләп үткәрәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа, үҙебеҙҙең Ҡарламанбаш ауылында әлегә мәсет юҡ, - тип һүҙен тамамланы әңгәмәсебеҙ.
Тормош юлдары ҡатмарлы, тигәндәй, һәр кемдең үҙ яҙмышы, үҙ булмышы. Дингә килеү ҙә – ул үткәндәрҙе алыштырып йәки оноттороп, өр-яңы юл башлау түгел, ә булғанды тағы ла яҡшыраҡ, күркәмерәк итергә ынтылыу. Иманға килергә бер ҡасан да һуң түгел, шуны ғына онотмайыҡ.
Розалия НАЗАРОВА.

Автор фотоһы.

Автор:Розалия Назарова
Читайте нас: