Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
20 Ғинуар 2023, 09:28

Йолалар әҙәпле булһын

Ҡайсаҡ Ҡөръән ашына йыйылғанда кешене көсләп-көсләп төрлө ризыҡ ашарға мәжбүр итә башлайҙар. Имеш тә, һин һәр нәмәне ауыҙ итергә тейешһең. Һары май аша, ашамаһаң – ҡашыңа булһа ла һыла, юғиһә, май һиңә рәнйей, тигән һымағыраҡ хәбәр ишетерергә ла тура килә.

Йолалар әҙәпле булһын
Йолалар әҙәпле булһын

🙏 Йолалар әҙәпле булһын
Ҡайсаҡ Ҡөръән ашына йыйылғанда кешене көсләп-көсләп төрлө ризыҡ ашарға мәжбүр итә башлайҙар. Имеш тә, һин һәр нәмәне ауыҙ итергә тейешһең. Һары май аша, ашамаһаң – ҡашыңа булһа ла һыла, юғиһә, май һиңә рәнйей, тигән һымағыраҡ хәбәр ишетерергә ла тура килә. Мосолман кешеһе ундай хөрәфәттәргә ышанырға, кемделер көсләп ашатырға, үҙе лә аңламаған нәмәләр менән башҡаларҙы ҡурҡытырға тейеш түгел.
Һәр кемдең организмы төрлө, бер кеше фәлән нәмәне яратып ашай, икенсегә ул нәмә бармай, хатта әфпе (аллергия) булыуы ихтимал, шуға күрә ауырып китеүе лә мөмкин. Беҙҙең яҡтарҙа, мәҫәлән, һоғондороу йолаһы һаҡланған. Бының насарлығы юҡ, әлбиттә. Һоғондороу аша саҡырылыусыларға ҡарата ҡунаҡсыллығыбыҙҙы, уны хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ләкин сама тигәнде оноторға ярамай. Юғиһә, һоғондорам ғына, күп һалмайым, тиҙәр ҙә, туйған кеше һауытына тағы ла туп-тулы аш һалып, көләкөлә ашап бөтөрөргә мәжбүр итәләр. Был инде мәҙәниәтһеҙлек тип атала. Һоғондороу бер аш ҡалағынан да арттырылмайынса эшләнһә, бынан бер кемгә лә зыян булмаҫ. Әгәр ҡунаҡ бер ҡалаҡтан да баш тартһа, уны көсләп ашатыу кәрәкмәҫ.

Азат Көмөшбаев

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=ҡөрьән%20ашы&pos=14&img_url=http%3A%2F%2Fapi.bashinform.ru%2Fattachments%2F3c755a6b87e34590f21135cfc0092a808abe58c1%2Fstore%2Fcrop%2F0%2F0%2F800%2F531%2F800%2F531%2F0%2Fb2988cb680a56c5c8dea63f5c3ef023c2f161bfb08823085f65c0d6fb072%2Fef45d7def1f2e697be297ff2e8d1aa7d.jpg&rpt=simage&lr=101184

Автор:
Читайте нас: