Даирә
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
20 Ғинуар 2023, 09:43

Өҫтәл тирәләй...

Дини мәжлескә йыйылғанда, ҡул сайҙырыу ҙа ҡайсаҡ ҙур бәхәс тыуҙыра. Табын хужалары ҡул таҙартыу өсөн ҡайһы берҙә еүеш салфетка бирә, кемдәрҙер таҫтамалдың бер осон һыулап кеше буйлап йөрөтөп сыға, кемдәрҙер, сауап алам тип, һәр ҡунаҡҡа ҡомған менән йөрөп ҡул сайҙыра, ә кемдәрҙер һәр береһенең ҡулйыуғысҡа барып гигиена талабы үтәүен һорай. Ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайһыныһы дөрөҫ түгел тиерһегеҙ?

Өҫтәл тирәләй...
Өҫтәл тирәләй...

 Өҫтәл тирәләй...
Дини мәжлескә йыйылғанда, ҡул сайҙырыу ҙа ҡайсаҡ ҙур бәхәс тыуҙыра. Табын хужалары ҡул таҙартыу өсөн ҡайһы берҙә еүеш салфетка бирә, кемдәрҙер таҫтамалдың бер осон һыулап кеше буйлап йөрөтөп сыға, кемдәрҙер, сауап алам тип, һәр ҡунаҡҡа ҡомған менән йөрөп ҡул сайҙыра, ә кемдәрҙер һәр береһенең ҡулйыуғысҡа барып гигиена талабы үтәүен һорай. Ҡайһыныһы дөрөҫ, ҡайһыныһы дөрөҫ түгел
тиерһегеҙ? Элек махсус ҡулйыуғыс, һыу ағыҙыусы крандар булмағанда, кешеләр ҡомған менән ҡул сайҙырған. Был ысул хәҙер ҙә уңышлы ҡулланыла. Тик был осраҡта ҡайһы бер шарттарҙы үтәү кәрәктер. Кешеләрҙе был ҡомған менән бәҙрәфтә йыуынғандармы йәки өҫтәлгә ҡуйылған был тасты бысраҡ мунса иҙәненә ултыртҡандар микән тип уйландырып, ул-был яҡҡа һыу сәсрәтеп сикәндермәҫ өсөн ҡул сайҙырыуҙы өҫтәлдән ситтәрәк башҡарыу яҡшыраҡ булыр. Ә еүеш таҫтамал ысулының,
минеңсә, ҡулланылмауы хәйерлерәк. Сөнки бөтә кешенең бер таҫтамал менән һөртөнөүе гигиена күҙлегенән дөрөҫ түгел.Мәжлестәге кешеләр һаны күп булмағанда, һәр береһе ҡулйыуғысҡа барып ҡул сайһа ла була. Ҡайһы бер муллалар еүеш салфетканы өнәп етмәй, хатта спирт барлығына һылтанып бөтөнләй тыя. Ә, минеңсә, кеше күп саҡта был иң уңайлы, гигиена талаптарына тап килгән иң яҡшы ысул. Салфеткала спирт булған осраҡта ла уны бит кеше эсеү өсөн ҡулланмай, йәки унда спирт булмауы ла ихтимал.

Азат Көмөшбаев

Автор:
Читайте нас: