Даирә
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
20 Ғинуар 2023, 10:24

Саҙаҡаны һорап алалармы?

Ҡөръән ашы мәжлесендә күп тапҡыр ошондай ҡағиҙә итеп алынған дежур һөйләм ишетергә мөмкин, кемгәлер хәйер бирергә онотолһа, саҙаҡаны һорап алыр кәрәк, тиҙәр.

Саҙаҡаны һорап алалармы?
Саҙаҡаны һорап алалармы?

Саҙаҡаны һорап алалармы?
Ҡөръән ашы мәжлесендә күп тапҡыр ошондай ҡағиҙә итеп алынған дежур һөйләм ишетергә мөмкин, имеш тә, кемгәлер хәйер бирергә онотолһа, саҙаҡаны һорап алыр кәрәк, тиҙәр. Был ҡағиҙә менән өлөшләтә килешергә мөмкин. Сөнки саҡырылыусыларҙың бөтәһенә лә таратылып, ә ысынлап та, саҙаҡаға мохтаж кешегә хәйер етмәй ҡалһа, бәлки, ул үҙе тураһында иҫләтеп, һорап алыуында бер ниндәй хилафлыҡ юҡтыр. Әммә киреһенсә булыуы ла ихтимал: таратып йөрөүсе ихлас күңелдән мәрхүмгә ниәтләп, булған ғына тинлеген хәйер итеп тарата, әммә бер нисә кешегә еткерә алмай. Һәм шул мәлдә саҙаҡаға бөтөнләй мохтаж булмаған кеше, миңә бирмәнең тиһә – был әҙәпһеҙлектер. Һиңә ул саҙаҡа ныҡ кәрәкмәһә – еткерә тарата алмаған кешене уңайһыҙ хәлгә ҡалдырыу, уны бурыслы итеү килешеп етмәгән эштер.

Азат Көмөшбаев

Автор:
Читайте нас: