Даирә
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
20 Ғинуар 2023, 10:03

Саҙаҡаны күпме таратырға?

Тәү сиратта йыллығы еткән мәрхүмгә хәйер бирербеҙ, икенсе сиратта дөйөм әруахтарға тараттырырҙар, етерлек аҡса ваҡлатайым әле, тип мәжлескә ризаһыҙлыҡ менән генә әҙерләнеү ҙә ишетелеп ҡала ҡайсаҡ.

Саҙаҡаны күпме таратырға?
Саҙаҡаны күпме таратырға?

Саҙаҡаны күпме таратырға?
Бер мәлде пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) сәхәбәләре менән әңгәмәләшкәндә: “Бер дирхәм йөҙ мең мең дирхәмдән алға сыҡты (ауырырыраҡ тартты)", - тип хәбәр итте. Унан: “Йә, Аллаһ рәсүле, бының нисек булыуы мөмкин?” – тип ғәжәпләнеп һорайҙар. Ул әйтте: “Кешенең ике дирхәм аҡсаһы бар ине, ул берәүһен саҙаҡаға бирҙе. Икенсе берәүҙең бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлығы булды һәм ул үҙ мөлкәтенең бер ҡырыйынан 100 мең дирхәмде саҙаҡа итте” (Ән-Нәсәи, 2527). Был хәҙистән аңлауыбыҙса, әҙ күләмле саҙаҡаның сауабы күберәк суммалы хәйерҙән ҙурыраҡ булыуы ихтимал. Шуның өсөн кешенең күпме аҡса таратыуын тикшереп, уны күберәк саҙаҡа таратырға мәжбүриләүҙәр булмаһа ине.
Тәү сиратта йыллығы еткән мәрхүмгә хәйер бирербеҙ, икенсе сиратта дөйөм әруахтарға тараттырырҙар, етерлек аҡса ваҡлатайым әле, тип мәжлескә ризаһыҙлыҡ менән генә әҙерләнеү ҙә ишетелеп ҡала ҡайсаҡ. Бөтә нәмә ниәткә бәйле: кеше нимә таратһа ла, күпме таратһа ла быны ихлас күңелдән эшләргә тейеш, мәжбүри бирелгән саҙаҡанан сауап алыу ныҡ икеле.

Азат Көмөшбаев

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=саҙаҡа&p=1&pos=5&rpt=simage&img_url=http%3A%2F%2Fislam.ru%2Fsites%2Fdefault%2Ffiles%2Fpomosh04.jpg&lr=101184 

Автор:
Читайте нас: