Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
20 Ғинуар 2023, 11:15

Саҙаҡа биреү – Аллаһы Тәғәлә әмере

Пәйғәмбәребеҙ ҙә (с.ғ.с.) хәҙистәренең береһендә: “Һәр кем саҙаҡа бирергә тейеш”, тип әйтте. Һәм шул мәл бер кеше: “Әгәр уның саҙаҡа бирергә бер нәмәһе лә булмаһа”, тип һорағас, пәйғәмбәр:

Саҙаҡа биреү – Аллаһы Тәғәлә әмере
Саҙаҡа биреү – Аллаһы Тәғәлә әмере

Саҙаҡа биреү – Аллаһы Тәғәлә әмере
Пәйғәмбәребеҙ ҙә (с.ғ.с.) хәҙистәренең береһендә: “Һәр кем саҙаҡа бирергә тейеш”, тип әйтте. Һәм шул мәл бер кеше: “Әгәр уның саҙаҡа бирергә бер нәмәһе лә булмаһа”, тип һорағас, пәйғәмбәр: “Ул ҡулдары менән хеҙмәт итеп, үҙенә файҙа килтерһен һәм саҙаҡа бирһен”, тип яуаплай. Шунан теге кеше: “Йә, Аллаһ рәсүле, әгәр ул быны ла эшләй алмаһа? ” – тигәс, пәйғәмбәребеҙ: “Ул яҡшылыҡҡа өндәһен”, тип әйтә. “Әгәр ул, хатта быны ла булдыра алмаһа” тигән һорауға, “Улай ҙа булдыра алмаһа, кеше насарлыҡ эшләүҙән тыйылһын һәм был уның өсөн хәйер-саҙаҡа биреүгә тиң буласаҡ”, тип әйтә (Мөслим, 1008). Эйе, саҙаҡаны мәрхүмдәр өсөн генә түгел, ә Аллаһ ризалығына ирешеү ниәтенән үҙебеҙ өсөн дә бирергә тейешбеҙ. Сөнки хәйер биреү аша алған сауаптарыбыҙ беҙҙе был донъяла бәләләрҙән ҡурсалауы йәки беҙгә шулар арҡылы ниндәйҙер ниғмәттәр бирелеүе, мал-мөлкәтебеҙ артыуы мөмкин, ә теге донъяла тамуҡта яныуҙан һаҡлауы ихтимал. Кеше саҙаҡа йөҙөнән мохтаждарға, мәҫәлән, янғындан зыян күреүсегә, ауырыу-сирлеләргә, бурысҡа батыусыға һәм башҡа кәрәкле урындарға ярҙам итһә, кеше үҙе лә изге эшенән ҡәнәғәтлек кисерер, йомартлығы аша уның абруй-дәрәжәһе лә артыр, иншә Аллаһ!

Азат Көмөшбаев

Автор:
Читайте нас: