Даирә
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
20 Ғинуар 2023, 10:35

Хәйерҙе кем таратырға тейеш?

Кемдәрҙер саҙаҡаны тик йорт хужаһы таратһа яҡшыраҡ тип әйтә.

Хәйерҙе кем таратырға тейеш?
Хәйерҙе кем таратырға тейеш?

Хәйерҙе кем таратырға тейеш?
Кемдәрҙер саҙаҡаны тик йорт хужаһы таратһа яҡшыраҡ тип әйтә. Был фекер менән килешергә лә мөмкин, сөнки өй хужаһы йәки туғандары – мәрхүмгә иң яҡын кеше. Улар халыҡты саҡырып һыйлап, аят уҡыттырып, хәйер таратып, шул рәүешле сауаптар алып, мәрхүмдәрҙең рухтарын шатландырырға теләй. Шуның өсөн саҙаҡаны табынды ойошторған мәрхүмдең иң яҡын туғандары ғына таратһа, бәлки, яҡшыраҡтыр. Юғиһә ҡайһы берәүҙәр ихлас ниәттәре булмаһа ла, йолаһы шулай тигәндән йәки был бер үҙе генә хәйер таратманы тимәһендәр тип, кеше һүҙенән ҡурҡҡан өсөн саҙаҡа өләшергә тотона. Әй, автор, һин кешенең нимә уйлағанын ҡайҙан беләң, ниңә ихлас таратмай тип хөкөм сығараң тиерһегеҙ, бәлки. Эйе, мин, ысынлап та, кешенең нимә уйлағанын, ниәтен белә алмайым. Ләкин ҡайһы бер кешеләр үҙҙәре үк саҙаҡаының ихлас түгеллеген йәшермәй, ризаһыҙлыҡ менән генә башҡалар ыңғайына тарата, быны үҙегеҙ ҙә аңғарғаны барҙыр. Ихласһыҙ саҙаҡаның таратылмауы яҡшыраҡтыр. Ә әгәр ҙә инде кеше мәрхүмгә туған булмаһа ла, вафат булыусы дуҫын, күршеһен йәки ауылдашын хөрмәт итеп, уға бағышлап хәйер бирергә теләһә, бер ниндәй ҡаршылыҡ булмаҫҡа тейеш, тик таратҡан саҙаҡаһының ихлас күңелдән булыуы шарт. Һүҙ аҙағында саҙаҡаны мәрхүмдең туғандары йәки ҙур теләге булған иң яҡындары таратһа һәйбәтерәк тигән һығымта яһарға мөмкин. Юғиһә йыш ҡына оҙаҡҡа һуҙылып киткән алыш-бирештең кешене ялҡытыуы ихтимал.

Азат Көмөшбаев

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=хәйер%20таратыу&lr=125798&pos=42&img_url=http%3A%2F%2Fsun9-34.userapi.com%2Fimpf%2Fc846121%2Fv846121339%2F1e475d%2F7jMJPgM7XpU.jpg%3Fsize%3D573x604%26quality%3D96%26sign%3Dc726ed60ded5096421ff17ac3fb6805c%26type%3Dalbum&rpt=simage 

Автор:
Читайте нас: