

🙏ᅠСауаптар мәрхүмдәргә етешә
Бер кеше Мөхәммәт пәйғәмбәребеҙгә (с.ғ.с.) килеп, әсәйем ҡапыл вафат булды, минең уйымса, әгәр ҙә ул һөйләшә алһа (йәғни тере булһа), саҙаҡа таратыр ине. Уның урынына мин хәйер таратһам, әсәйем сауап алырмы, тип һорағанда пәйғәмбәребеҙ, эйе, тип яуап бирә (Әл-Бохари, 1388). Хәҙистән аңлашылыуынса, мәрхүмдәргә бағышлап йәки мәрхүм исеменән булһын тип, хәйер таратһаҡ, уларға, теге донъяла булыуҙарына ҡарамаҫтан, сауап барып етәсәк. Шуның өсөн дә инде беҙ Ҡөръән ашы үткәрәбеҙ, шул мәжлестәрҙә хәйер таратып, сауаптары мәрхүмдәребеҙгә барып етһен, тип өмөтләнәбеҙ. Хәҙистә, “Ҡөръәндән (бер генә) хәреф булһа ла уҡыусы кешегә бер яҡшылыҡ яҙылыр, һәм һәр бер шул яҡшылыҡҡа (сауап) ун тапҡыр арттырылыр” тиелә (Әт-Тирмиҙи, 2910). Ошо хәҙискә таянып, имам Ҡөръән аяттарын уҡый, ә хасил булған сауаптары мәрхүмгә булһын, тип доға ҡыла.
Нигеҙгә лә бағышлап аят уҡыталар. Сөнки хәҙистә былай тиелә: “Хаҡиҡәттә, Ҡөръән уҡылған йорт иркенәйер, унда фәрештәләр килер, шайтандар йырағайыр һәм бәрәкәт артыр. Шулай уҡ, хаҡиҡәттә, әгәр Ҡөръән уҡылмаһа, йортта йәшәүселәр өсөн өйҙәре тар була башлар, фәрештәләр алыҫлашыр, шайтандар инер һәм бәрәкәт кәмер” (Әд-Дәрими, 3352). Ошо күҙлектән сығып ҡараһаҡ, бөтәһе лә яҡшы, дөрөҫ һымаҡ: Ҡөръән уҡып, хәйер таратып сауаптар алабыҙ, шул сауаптарҙы мәрхүмдәребеҙгә бағышлап, вафат булғандарҙың рухын шатландырабыҙ.
Ысынлап та, бөтәһе лә һәйбәт булыр ине, тик ерләү, вафат булғандарға аяттар бағышлау мәсьәләләрендә лә ихласлыҡ артҡа шылған кеүек. Мәрхүмде иҫкә алып, рухына бағышлап саҙаҡа биреү, доғалар бағышлау ниәте бөтөнләй юҡ, тип әйтеп булмай, әммә хәйер таратыу – ҡайһы бер кешеләр өсөн ниндәйҙер гражданлыҡ бурысы үтәү һымағыраҡ була башланы, шикелле. Кеше ыңғайына мин дә шулайтырға тейешмен тигән ниәт өҫтөнөрәк булмаһа ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт (с.ғ.с.) һәр бер эш ниәткә бәйле тип өйрәтте (Әл-Бохари, 1). Был хәҙис әһәмиәте буйынса Ҡөръәндән һуң икенсе урында торған Әл-Бохари хәҙистәр йыйынтығы китабында 1-се итеп килтерелә. Ошоноң менән был хәҙистең динебеҙ, йәшәйешебеҙ өлкәһендә ни тиклем мөһим булыуы аңлашыла. Беҙ ҙә хәйер биреү мәсьәләһендә генә түгел, ғөмүмән, бөтә ғәмәлдәребеҙҙең дә ниәтенә иғтибар итергә тейешбеҙ.
Азат Көмөшбаев