Даирә
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иманлы булһын уйығыҙ
19 Ғинуар 2023, 12:38

ᅠРыя – ҙур гонаһ

Нимә ул рыя?

ᅠРыя – ҙур гонаһ
ᅠРыя – ҙур гонаһ

🙏ᅠРыя – ҙур гонаһ
Аллаһ ризалығы өсөн түгел, маҡталыу, кешеләр алдында хәтәр булып күренер өсөн ҡылынған эште рыя тиҙәр. Пәйғәмбәребеҙ ул турала: “Минең иң ҡурҡҡаным – һеҙҙең кесе ширк – рыя ҡылыуығыҙ”, тине. Унан һоранылар: “Йә, Аллаһ рәсүле, кесе ширк нимә була?” Пәйғәмберебеҙ (с.ғ.с.) әйтте: “Изге эште кешеләр күрһен өсөн эшләү. Ҡиәмәт көнөндә әҙәмдәр үҙ эштәре өсөн бүләкләнгән ваҡытта Аллаһы Тәғәлә (рыя ҡылғандарға) әйтер: “Ғәмәлдәрегеҙҙе кемдәр күрһен өсөн ҡылдығыҙ – шуларға барығыҙ һәм күрерһегеҙ, улар һеҙгә берәй нәмә бирә алырмы-юҡмы!” (Әхмәт, 5/428-429). Шуның өсөн бер ваҡытта ла кешеләргә ярар өсөн ниндәйҙер эш ҡылырға ярамай, хәйерҙе, Аллаһ ризалығы өсөн тип таратҡан хәлдә лә, Аллаһ ҡабул итһә ярар ине, тигән өмөт менән бирергә тейешбеҙҙер.

Азат Көмөшбаев

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=гонаһ&from=tabbar&pos=27&img_url=http%3A%2F%2Fapi.bashinform.ru%2Fattachments%2F656da26eb4a803418f84f2fb46ee4531deedb32e%2Fstore%2Fcrop%2F0%2F0%2F1600%2F1066%2F1600%2F0%2F0%2F66ff35f89d299c704fb78c6bf2d63a46a76615f16f5e0bcf8caf68aaf563%2F23a82f8ab563dea7e26a4a3087f9bea5.jpg&rpt=simage&lr=101184 

Автор:
Читайте нас: