Даирә
+24 °С
Ямғыр
Иманлы булһын уйығыҙ
19 Ғинуар 2023, 07:03

Нимә ул саҙаҡа?

Аяттарҙа хәйер таратыуға, Ҡөрьән аштарын үткәреүгә бәйле күп һорауҙар тыуа. Берәүҙәр ошолайыраҡ дөрөҫ тиһә, икенселәре, юҡ, улай түгел, тип ҡаршы төшә. Кемдең хаҡлы булыуы аңлашылмағас, халыҡ бутала, хатта муллалар үҙҙәре белмәй тип ебәрәләр.

Нимә ул саҙаҡа?Нимә ул саҙаҡа?
Нимә ул саҙаҡа?

Саҙаҡаның таратылыуы түгел, ҡабул ителеүе мөһим

Аяттарҙа хәйер таратыуға, Ҡөрьән аштарын үткәреүгә бәйле күп һорауҙар тыуа. Берәүҙәр ошолайыраҡ дөрөҫ тиһә, икенселәре, юҡ, улай түгел, тип ҡаршы төшә. Кемдең хаҡлы булыуы аңлашылмағас, халыҡ бутала, хатта муллалар үҙҙәре белмәй тип ебәрәләр. Минеңсә, был мәҡәләнең авторы Азат Көмөшбаев ошо мәсьәләләргә бик төплө һәм аҡыллы аңлатмалар бирә.

????ᅠНимә ул саҙаҡа?
Саҙаҡа – кешенең Аллаһ ризалығына ирешеү, сауап алыу өсөн мохтаждарға үҙ теләге менән ниндәйҙер әйбер, аҡса биреүе. Киң мәғәнәлә саҙаҡа тигән төшөнсәгә башҡалар файҙаһына ҡылынған яҡшылыҡ, изгелек, һәр төрлө хәйерле эштәрҙе индерәләр. Хәҙистәрҙең береһендә әйтелә: “Мосолман ҡәрҙәшеңә йылмайыуың – саҙаҡа. Яҡшылыҡҡа өндәүең һәм насарлыҡтан тыйыуың – саҙаҡа. Аҙашҡан кешегә дөрөҫ юл күрһәтеү – саҙаҡа. Насар күреүсе кешегә үҙ күҙҙәрең менән ярҙам итеүең – саҙаҡа. Юлда ҡамасаулап ятҡан ташты, ниндәйҙер сәнскеле нәмәне йәки һөйәкте алып ташлауың – саҙаҡа. Үҙ биҙрәңдәң ҡәрҙәшеңдекенә һыу ҡойоп биреүең – саҙаҡа” (Тирмиҙи, 1956).
Дини телдә саҙаҡа тиелһә, ябай халыҡ уны хәйер тип әйтеп өйрәнгән. “Хәйер” һүҙе лә ғәрәпсәнән яҡшылыҡ, изгелек, ниндәйҙер һәйбәт эште аңлата. Беҙ “хәйер” тигәндә аят мәжлестәрендә таратыла торған металл йәиһә ҡағыҙ аҡса, ҡулъяулыҡ, таҫтамал, яулыҡ, һабын кеүек тотоп була торған әйберҙәрҙе күҙ уңында тотабыҙ.

Азат Көмөшбаев

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=садака&pos=45&img_url=http%3A%2F%2Fkoranika.ru%2Fwp-content%2Fuploads%2F2022%2F04%2Fsadaka.jpeg&rpt=simage&lr=101184

Автор:
Читайте нас