

Хәҙерге заманда һәр магазин кәштәһендә тиерлек "Хәләл" тип яҙылған аҙыҡ-түлекте күрергә була. Улар араһында ит, тауыҡтан тыш колбаса менән йомортҡаһы һәм башҡалары бар.
“Хәләл” тип яҙылған бындай ризыҡтар ысынлап та хәләме икән тигән һорау күптәрҙе борсойҙор, моғайын. Күптән түгел хәләл ит тураһында бер райондың имам-мөхтәсибенең: "Аллаһ исеме менән салынмаған мал хәләл түгел! Юғиһә, иттең хәләлме, түгелме икәнен һораһаң, һатыусылар, эйе, ауылдан килтерелде, хәләл инде, ти ҙә ҡуя. Был дөрөҫ түгел! Тимәк, улар талапты аңлап етмәй. Малды боғаҙлаған кеше мосолман булырға – намаҙ уҡырға йәки, исмаһам, Аллаһы Тәғәләгә күңеле менән ышанып йәшәргә тейеш. Һәм, әлбиттә, боғаҙларҙан алда “Бисмилләһ Аллаһу Әкбәр” тип әйтеү шарт. Был ҡош-ҡортҡа ла, ваҡ һәм эре малға ла ҡағыла", - тигән комментарийын уҡырға тура килде.
Даими рәүештә магазиндан ошондай ризыҡты һатып алыусыларға: "Былар ысынлап та хәләлме икән?" – тигән һорау биргәнем булды. Уларҙан, ғәҙәттә: “Хәләл булмаһа, гонаһы үҙҙәренә була", - тигән яуап ишетәм.
Үҙебеҙҙе ҡыҙыҡһындырған ошондай һорауҙар менән Ҡырмыҫҡалы районы имам-мөхтәсибе Ирек хәҙрәт Әбүталиповҡа мөрәжәғәт иттек.
- “Хәләл” тип яҙылған аҙыҡ-түлектәрҙең сертификаты, махсус билдәһе булырға тейеш. Бындай ризыҡтарҙы даими рәүештә махсус комиссия тикшереп тора. Әгәр аҙыҡ-түлекте етештереүсе үҙенең алдына шундай вазифа алды икән, уны үтәргә бурыслы. Үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алғандарға беҙ ышанабыҙ. Әгәр алдай икән, бар гонаһ үҙҙәренә буласаҡ, әлбиттә. Ҡайһы бер ризыҡтарға “Мусульманский” тип кенә яҙып ҡуялар. Улары ысын хәләл булмай, унда тик сусҡа ите ҡушылмаған.
Баҙарҙан ит һатып алған саҡта ла: “Бисмиллаһ” тип салдығыҙмы, хәләлме? – тип һорарға тейешбеҙ. Әгәр һатыусы алдаша икән, яуапты үҙе тотасаҡ. Ҡайһы кешеләр, сусҡа ите юҡ бит тип төрлө быҡтырылған ит (тушенка) һатып ала, хәләл булмаған тауыҡ ите ашай.
Антибиотиктар, ГМО ҡулланмай, ит-һөйәк оно ашатмай ғына, тик экологик яҡтан таҙа аҙыҡ менән генә үҫтергән тауыҡтарҙан алынған йомортҡаларҙы “Хәләл” тип атайҙар. Ит-һөйәк ононоң ниндәй иттән һәм ҡайһы мал һөйәгенән яһалғанын белмәйбеҙ бит.
Кондитер изделиелары, һөт аҙыҡтары һәм төрлө тәм-томдарҙың да хәләл булыуын тикшереп алыу зарур. Сөнки бындай аҙыҡтарҙа ла хәләл булмаған тәмләткестәр ҡулланыла. Мәҫәлән, ҡайһы бер желатинды мал һөйәгенән һәм тиреһенән яһайҙар. Шулай уҡ йогурт кеүек һөт аҙыҡтарына төҫ бирер өсөн кармин тигән буяу ҡулланалар. Ул буяуҙы ҡыҙыл төҫтәге кошениль тигән бөжәкте киптереп, он итеп тарттырып эшләйҙәр. Аҙыҡ-түлектә ул “Е 120” ҡушымтаһы тип билдәләнә. Шуға күрә ҡыҙыл төҫтә булған аҙыҡ-түлекте ҡарап алырға кәрәк, - тигән аңлатма бирҙе имам-мөхтәсиб.
Шулай итеп, ысынлап та хәләл ризыҡ менән туҡланабыҙ тиһәк, беҙгә бик иғтибарлы булырға кәрәк буласаҡ. Түбәндә ошо темаға арналған “Шоңҡар” журналында баҫылған ҡыҙыҡлы әңгәмәнән өҙөк тәҡдим итмәксебеҙ.