

Беҙҙе контрольдә тотмайҙар...Контрольдә тотоу нимәгә килтерә беләһегеҙме?
Һеҙҙең бөйөк илегеҙҙә,ер йөҙөндәге иң ҡеүәтле христиан халҡы йәшәгән ерҙә 20-се йылдарҙа һеҙҙең хөкүмәт ҡайһы бер спиртлы эсемлектәргә "Ҡоро закон" индерҙе. Иҫергән халыҡты әҙерәк кенә айыҡтырырға, аңына килтерергә эшләнгән был закон нимә килтерҙе? Һеҙ күрҙегеҙме? Күпме үлтереш, күпме сыуалыш, күпме зыян, күпме юғалтыуҙар килтерҙе был закон? Шулай итеп һеҙҙең йәмғиәтегеҙҙең иң аҡыллы, иң интелектуаль үҫешкән лидерҙарығыҙ халыҡты айыҡтырам тип сығарған был закон тулыһынса уңышһыҙ булды.
Донъялағы иң ҡеүәтле держава, иң аҡыллы милләте, хөкүмәте, полиция көсө, пропагандаһы менән күмәкләп ошо законды килтереп сығара алманы. Еңелде. Ә беҙҙең бөйөк рәсүлебеҙ Мөхәммәт ﷺ үҙенең варварҙар йәшәгән сүллегендә бер генә белдереү эшләне һәм хәмер батмандары бушап, башҡа бер ҡасан да тулманы.
Ошо мөғжизә түгелме ни? Ниндәй мөғжизәләр тураһында һеҙ һөйләйһегеҙ? Үҙегеҙҙең бар булған ҡеүәтегеҙ менән һеҙ бер ни ҙә эшләй алмайһығыҙ. Һеҙҙең проблемаларығыҙ тик арта ғына.
Әлбиттә, һеҙҙең ниндәйҙер сүптәй генә һөҙөмтәләр бар. Ҡайһы бер кешеләр: "Беҙ яңынан тыуғанбыҙ, беҙҙә хәҙер изге рух бар, беҙ башҡа эсмәйбеҙ тейҙәр (христиандарҙа святой дух). Һәм кем генә шулай тимәһен, мотлаҡ: "Мин элек ныҡ эстем, йә тарттым, нарокоман булдым, аҙғын тормош алып барҙым" -тип әйтәсәк. Һәм мин уларҙы ҡотлайым, һеҙҙе был һаҙлыҡтан, бысраҡтан сығырға ниҙер дусар иткән. Әммә был һаҙлыҡҡа, бысраҡлыҡҡа баштан яҡынлатмаған система бар һәм ул система күпкә яҡшыраҡ, күпкә ышаныслыраҡ, сөнки ауырыуҙы иҫкәртеү - дауалауҙан яҡшыраҡ. Һеҙгә ярҙам иткән ысул ҡалған 54 миллион эскесене ҡотҡара алмай. Бар изге рухтарығыҙҙы һәм хөкүмәттәрегеҙҙе ҡушһағыҙ ҙа һеҙ был проблеманы хәл итә алмаясаҡһығыҙ.
Берҙән - бер хәл итеү юлы - ул бөтөнләй хәмергә яҡынламау. Һәм беҙҙе бөтөнләй яҡынламаҫҡа саҡырған берҙән - бер дин - ул Ислам.
Иманлы ғаилә төркөмөнән