Билдәле ислам дине дәғүәтсеһе, яҙыусы, теолог Әхмәт Дидат (1.07.1918 - 8.08.2005) Америкала сираттағы дингә саҡырыу сәфәрендә һөйләгән лекция. Был лекциялағы бирелгән статистика Америкаға һәм яҡынса 80-се йылдарға ҡағыла. Әммә, актуаль булғаны өсөн, беҙҙең илгә, республикаға ҡағылғаны өсөн дә мин тәржемә эшләнем. Үҙебеҙ менән сағыштырып, уйлап ҡарағыҙ.
Осрашыу ҡапма-ҡаршы дәлилдәр килтереп һөйләшеү формаһында бара. Ҡаршы яҡта Американан христиан динен тотоусо Джими Сфегард була.
Әхмәт Дидат һүҙҙе үҙенә ҡаршы һүҙ тотоусо Джими Сфегардтың "Алкоголь" исемле китабында бирелгән статистика менән башлай. Америкала 11 млн эскесе һәм 44 млн эскегә һабышыусы. Әммә беҙҙең өсөн эскесе менән эскегә һабышыусы араһында айырма юҡ. Был проблеманы хәл итер өсөн бер аҙым алға эшләр кәрәк. Мин һеҙгә тағы бер категория өҫтәргә тәҡдим итәм: һирәк - һаяҡ эскеселәр. Сөнки беҙҙең пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ﷺ уларҙы айырмаған. Һеҙҙең бер генә йотом тип эсеүегеҙ һеҙҙе аҡламай. Ул ﷺ әйткән: " Ҙур күләмдә иҫерткән нәмә, әҙ күләмдә лә тыйылған". Бер ниндәй ҙә аҡланыу юҡ. Финиш. Бөттө. Был көслө һүҙҙәр. Пәйғәмбәребеҙ ﷺ тағы ла әйткән: "Йөҙөмдө хәмер эшләү өсөн үҫтергән кеше ҡәһәрләнгән, йөҙөмдө хәмер өсөн һығыусы кеше ҡәһәрләнгән, уны һауыттарға ҡойоусо ҡәһәрләнгән, уны һатыусы кеше ҡәһәрләнгән һәм уны эсеүсе кеше ҡәһәрләнгән". Бөттө. Нөктә. Һинең был эш менән бер ниндәй ҙә уртаҡ нәмәң булырға тейеш түгел. Был Ислам һәм был һеҙҙең проблемағыҙҙы хәл итеү юлы. Тулыһынса тыйылыу. Быны беҙгә пәйғәмбәребеҙ ﷺ әйткән һәм Аллаһ Тәғәлә Ҡөръәндә әйткән: « Эй һеҙ, иман килтергән кешеләр! Хәмер (иҫерткес эсемлек),отош уйыны, һындар, уҡтар (күрәҙәлек итеү өсөн) – улар шайтан эшенән булған шаҡшылыҡтар. Уларҙан һаҡланығыҙ, моғайын, һеҙ уңышҡа ирешерһегеҙ!" Отош уйындары өсөн Америка йәмғиәте йылына 54000000000$ тотона. 54 млрд доллар! Ошо бер аяттан һуң хәмер менән тулған батмандар Мәҙинә урамдарында тулыһынса бушап ҡалған. Һәм башҡа бер ваҡытта ла тулмаған. Ошо бер аят донъяла эсмәгән кешеләрҙән иң ҙур йәмғиәт төҙөгән. Бер аят, бер шиғыр. Ә Сфегард әйтеүенсә мосолмандар эсһә, уларға ҡул ҡырҡыу, йә башын ҡырҡыу, бармаҡтарын йә иһә танауын ҡырҡыу янай тей. Бының сәбәбе ошола тип һөйләй. Әлбиттә, беҙҙең мосолмандар араһында ла ала ҡарғалар бар, беҙ барыбыҙ ҙа фәрештәләр түгел, әммә Америкала мосолмандар араһында нисә % эсеүселәр бар? Индияла, Пакестанда, Көнъяҡ Африкала? Беҙҙең мосолман илдәрендә хәмер эсеүселәр иң бәләкәй % биләп тора,шулай уҡ иң әҙ отош уйындары уйнаусылар, иң әҙ төрмәлә ултырыусылар, беҙҙә иң әҙ айырылышыуҙар, иң әҙ үҙ-үҙенә ҡул һалып үлеүселәр һәм иң күп хәйриә эшмәкәрлегендә ҡатнашыусылар һәм изге эштәр эшләүселәр! Бына ни эшләне беҙҙең менән Ислам! Аллаһ менән ант итәм, был Ислам. Миңә бер кем дә ҡулыңды ҡырҡам, башыңды ҡырҡам, эсмә тип янаманы. Минең улдарым бар, мин уларға ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа "Эсмә, тартма!",- тип әйтмәнем. Минең атайым тартты, әммә миңә бер тапҡыр ҙа: "тартма"-тип янаманы. Мин отош уйындары уйнамайым, мин хыянат итмәйем, мин бейемәйем һәм ҡарағыҙ, миңә бер кем дә: "Быларҙы эшләһәң ҡулыңды ҡырҡам!" -тип янамай. Ә һеҙгә берәйһе әйтәме?! Ююҡ!
(Башы.)
+24 °С
Ямғыр






